

“Яңы йыл башы менән ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, ағинәйҙәр менән үткән йылға йомғаҡ яһап, яңы йылға пландар ҡорҙоҡ. Иң беренсе ул, әлбиттә, махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға ярҙамды дауам итеү. Был йүнәлештә башҡарасаҡ эштәребеҙ тураһында ла фекер алыштыҡ.
Һәр эштә әүҙем ҡатнашыусы Сания Солтан ҡыҙы Солтаншинаға “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһының танытмаһын тапшырып, халҡыбыҙҙы асылына алып ҡайтыуға, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлауға йүнәлтелгән эшебеҙҙә уңыштар теләнек.
Осрашыуыбыҙға оло ағинәйебеҙ Әнфизә Исламгәрәй ҡыҙы Хәтипйәнованы ла саҡырғайныҡ. Бергәләп динебеҙ, хәҙистәр, риүәйәттәр, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу тураһында һөйләштек. Аҙаҡта сәй эсеп, Ҡөрьән аяттарын тыңлап, хәйер-бүләктәр таратып, яугирҙарыбыҙға һәм әруахтар рухына атап доға ҡылдыҡ.
Бына шулай, йыйылышып, кәңәшләшеүҙән, план төҙөүҙән башланыҡ 2026 йылды. Бәрәкәтле, имен, тыныслыҡ алып килеүсе йыл булһын!” — тип һөйләне һәм изге теләктәрен теләне “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Закира Хатмулла ҡыҙы Ғилметдинова.
Наилә Имаева.