

Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылында сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға була.
Аяҙ һауа торошо бөтә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға йылы һәм шатлыҡ өҫтәй. Улар Ҡышҡы уйындар ойоштора.
Ярыштар айырыуса дәрт менән бара. Ҡатнашыусылар ат сабышы, тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, көйәнтә элеп, суйын тотоп йүгереү, арҡан тартыу кеүек традицион ярыштарҙа көс һәм етеҙлек күрһәтә. Ауыр бесән төргәктәрен тәгәрәтеүҙә лә оҫталыҡтарын күрһәтәләр.
Сара байрам табыны артында усаҡта бешерелгән һурпа, былау ашап, төрлө эслекле бәлештәр менән самауыр сәйе эсеү менән тамамлана.
Байрам сараһы «Айыҡ ауыл-2025» республика конкурсы сиктәрендә уҙа.
Марат Бүләков фотолары.