

Сараны Рәмзил Мәснәүиев етәкселегендә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Закиров менән берлектә әҙерләне һәм ойошторҙо.
Ярыштарҙа барлығы 55 кеше ҡатнашты.
Һыуыҡ һауа торошона ҡарамаҫтан, Асҡын ауылының 1-се, 2-се, Упҡанкүл, Ҡарткиҫәк, Ҡубияҙ, Ҡышлауйылға мәктәптәре уҡыусылары һәм Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһы коллективы әүҙем ҡатнашты.
Ҡарткиҫәк ауылынан Мирхәйҙәровтар һәм Асҡын ауылынан Усмановтар ғаиләләре балалары менән етеҙлектә һынау тотто. Гөлнур һәм Рәфис Мирхәйҙәровтар дүрт бала менән килгән, уларҙың өсөһө ярышып, призлы урындар яуланы.
Асҡын ауылынан Вадим Усманов улдары Тимур һәм Данияр менән саңғы ярышында ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булды. Ейәндәрен еңеүгә дәртләндереп торорға Зәриә Мәҡсәт ҡыҙы менән Әнфис Әлмис улы ла килгән.
Еңеүселәр һәм призерҙар Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығынан тапшырылған грамоталарға лайыҡ булды.
Илһөйәр Махатова.