Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Ғинуар , 05:30

Республикала Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙа

Башҡортостанда күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, философ һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған саралар үтте.

Республикала Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙаРеспубликала Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙа
Республикала Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙа

Саралар уның тыуған ерендә — Тәтешле районында башланды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Юбилейға бағышланған саралар төрлө район, ҡала вәкилдәре, дин белгестәре, яҙыусылар, тарихсылар, тел белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл менән асылды. Һуңынан сара билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бергә майҙанда дауам итте.

«200 йыл элек йәшәгән яҡташыбыҙҙың берҙәмлеккә, белемгә, рухи үҫешкә саҡырыусы һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк», — тине Урал Килсенбаев.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-08/v-bashkirii-nachalis-meropriyatiya-k-200-letiyu-gali-sokoroya-4531622

 

Фото: Урал Килсенбаевтың сәхифәһе / MAX каналы

 
 
Республикала Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙа
Республикала Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар уҙа
Автор:
Читайте нас