

Ғәли Соҡорой – Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу тапҡан башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле(суфый), Ҡара Табын башҡорт ырыуы вәкиле.
Уның әҫәрҙәре – тормошсанлыҡ, донъяуилыҡ, мәғрифәтселек өлгөһө, ижадында яңы тенденциялар традицион дини әҙәбиәткә, суфыйсылыҡҡа хас элементтар менән айырылғыһыҙ бәйле. Шул уҡ ваҡытта уның әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы аныҡ сағылған.
«Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндәр. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-яраҡтары һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...», - тип яҙған Ғәли Соҡорой.
Китаптары:
«Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре»), 1860.
«Нәсим әс-саба» («Иртәнге шәфәҡ еле»), 1872.
«Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»), 1873.
«Тәүарихи Болғарийа, йәки Тәҡриби Ғари» («Болғар тарихы, йәки яҡынса Ғари аңлатмаһы»), 1879.
«Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы»), 1883.
«Заммы нәзир» («Оҡшашын өҫтәү»), 1888.
«Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә»), 1889.
«Дөрр әл кәлам» («Ҡиммәтле һүҙҙәр»), 1900.
Шәм яҡтыһы: шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, тарихи яҙмалар, хаттар. Өфө, 1995.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #ҒәлиСоҡорой #ГалиЧукури #200лет