+30 °С
Болотло


“Малайҙар һәм ҡыҙҙар уйындарҙа әүҙем ҡатнашты, бер-береһе менән бейеүҙлә ярышты һәм күңелле викторинаның ҡыҙыҡлы һорауҙарына ла берҙәм яуап бирҙе. Зал балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо”, — тип хәбәр итте ауыл мәҙәниәт йорто методисы Ралиф Муллаянов.
Бик йәнле һәм күңелле уҙған саранан балалар тик яҡшы тәьҫораттар алып, бер-береһе менән аралашып, яңы көс-дәрт алып таралыша.
Наилә Имаева.