Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ғинуар , 13:40

Башҡортостан – илдә үҙ мотоуҡсылар полкын төҙөгән төбәктәр иҫәбендә

Уҙған йылда МХО-ға ярҙамға 25,5 миллиард һум аҡса тотонолған, был 2024 йылдағына ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк.

Башҡортостан – илдә үҙ мотоуҡсылар полкын төҙөгән төбәктәр иҫәбендәБашҡортостан – илдә үҙ мотоуҡсылар полкын төҙөгән төбәктәр иҫәбендә
Башҡортостан – илдә үҙ мотоуҡсылар полкын төҙөгән төбәктәр иҫәбендә

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй политологтары Башҡортостан иҡтисадын – Рәсәйҙә иң үҫешкәндәрҙең береһе, ә республика башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһын ил төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле идара итеүселәрҙең береһе тип билдәләне. Юғары баһа МХО-ға ярҙам өлкәһендә башҡарылған эштәргә лә бәйле. 

2025 йыл Рәсәйҙә еңелдән булманы, был илебеҙ Украинала алып барған махсус хәрби операцияға ла бәйле. Шуға ҡарамаҫтан, “Рәсәйҙең Украинала махсус операция алып барыуы йәмғиәтебеҙҙе берләштереүгә булышлыҡ итте”, – тип билдәләй Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов.

– Башҡорт халҡының менталитеты һәм бай хәрби тарихы бында мөһим фактор булды, – тип иҫәпләй ул. – Айырыуса йәштәр – 18–24 йәшлектәр араһында гражданлыҡ тойғоһоноң юғары булғанын билдәләп үтергә теләйем. Был республикала патриотик тәрбиәнең һөҙөмтәле икәне хаҡында һөйләй.

Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына республиканан 710 меңдән ашыу кеше китә, уларҙың 278-е – Советтар Союзы Геройы, ә 35-е Дан орденының тулы кавалеры була. Бөгөн Башҡортостанда 7,3 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды йәшәй. Ә 2025 йылдың ғинуарында дәүләт башлығы указы менән Ишембай ҡалаһына еңеүгә индергән өлөшө өсөн “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ҡала предприятиелары һуғыш йылдарында 4,5 миллион тонна нефть сығарған, был – СССР-ҙағы бөтә күләмдең дүрттән бер өлөшө. Былтыр, өс йыллыҡ тәнәфестән һуң, республика урамдары буйлап «Үлемһеҙ полк» үтте.

Рәсәй политологтарысубъект етәкселәренең МХО тәртибенә нисек яраҡлашыуын, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам нисек ойошторолғанын һәм йәмғиәттә гражданлыҡ үҙаңы үҫтереүгә булышлыҡты федераль кимәлдә иғтибар менән күҙәтәләр, тип иҫәпләй. Был өлкәлә республикабыҙ алдынғы урындарҙы биләй. Быны шунан сығып ҡына ла әйтергә мөмкин: уҙған йылда МХО-ға ярҙамға 25,5 миллиард һум аҡса тотонолған, был 2024 йылдағына ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Башҡортостанда МХО яугирҙәре менән уларҙың ғаиләләренә ярҙамға 54 төрлө сара ҡаралған, улар тормоштоң бар өлкәләренә лә ҡағыла,  – ти аналитиктар. – “Геройҙар ваҡыты” президент программаһының дауамы булараҡ “Башҡортостан геройҙары” проекты эшләй. 70 МХО ветераны стажировка үтеп, лайыҡлы вазифаларҙы биләргә әҙер.

Дәүләт Думаһы депутаты, ВДВ-ның элекке командующийы генерал-полковник Владимир Шаманов Башҡортостанда тормошҡа ашырылған илһөйәрлек проекттарын юғары баһалай һәм республиканың был тәжрибәһе бөтә илгә таратыуға лайыҡлы, тип иҫәпләй. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән комплекслы ярҙам тураһында ла ыңғай фекерҙә.

– Иҫ киткес ҙур күләмле 54 төрлө ярҙам сараһы аша хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары властарҙың аныҡ ярҙамын һәм иғтибарын тоя, – ти В. Шаманов.

Ул “Башҡортостан геройҙары”ның МХО яугирҙәренә социаль-сәйәси тормошҡа ылығырға ярҙам иткәнен, БР етәксеһе Радий Хәбировтың МХО-ға ҡағылышлы өлкәгә индергән шәхси өлөшөн дә билдәләй.

Республика – Рәсәйҙә үҙ мотоуҡсылар полкын ойошторған һирәк төбәктәрҙең береһе, бөгөн “Башҡортостан” полкы – алғы һыҙыҡта. 2025 йылдың сентябрендә башҡорт яугирҙәре Серебрянск урмансылығы тип аталған нығытманы азат итте. Унда өс йыл буйына алыш бара, ә фортеция үҙе алыу мөмкин булмаған нығытма тип һанала. Унда батырҙарса һәләк булған Башҡортостан яугире Илдар Суфияров "Алтын Йондоҙ"ға айыҡ булды. Йәрмәкәй районында тыуып үҫкән генерал-майор Росгвардияның 116-сы “ҡорос” бригадаһы командиры Руслан Ғарифуллинға ла “Рәсәй Геройы” исеме бирелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 57-се мотоуҡсылар полкына маҡтаулы «гвардия» исемен бирҙе. Уның составында Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт доброволецтары батальоны бар. Уның яугирҙәре хәҙер Донецк Халыҡ Республикаһы билмәһен азат итә.

Уҙған йылда Башҡортостан ПФО-ла ойошторолған “Ватан геройҙары” проектында “Иҫтәлекте мәңгеләштереү буйынса ҡануниәтте иң тулы үтәү” номинацияһында беренсе урынға сыҡты. Был уңышты республика инде алтынсы тапҡыр яулай.

– Радий Хәбиров ваҡытында аныҡ идара итеү вертикале булдырылды: Башҡортостан Башлығы йүнәлеште билдәләй, ә муниципалитеттар берҙәм команда булып эшләй, – ти “Сәйәси мәғлүмәт үҙәге” етәксеһе Алексей Мухин. – Етмәһә, ПФО-лағы һәр йәмәғәт проектында ҡатнашыу өсөн республикала эш төркөмдәре төҙөлә.

– Төбәк командаларының социаль-иҡтисади ризаһыҙлыҡты бөтөрөүгә һәм федераль органдар менән эште һөҙөмтәле итеп ҡороуға һәләтле булыуы – башланған йылда иҡтисади һәм сәйәси тотороҡлолоҡто билдәләгән мөһим фактор, – ти политологтар.

Мәғлүмәт, фото: sobkor02.ru/news/region/64732/

Автор:
Читайте нас