Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
6 Января , 15:55

Урман сәнәғәте предприятиеларында эш ҡайнай

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин урман сәнәғәте предприятиеларының етештереү майҙансыҡтарында булып, эш барышы менән танышты.

Урман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнайУрман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнай
Урман сәнәғәте предприятиеларында эш ҡайнай

Айҙар Әнғәм улы тәүҙә  Дүртөйлө ауылында Динас Хәйҙәршиндың предприятиеһында була. Бында ағас һаптар етештерәләр. Предприятие үҙгәреүсән баҙар шарттарына яраҡлаша, үҙенең эшмәкәрлеген һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә киңәйтеү маҡсатында ла эшләй һәм үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләй.

Юл ыңғайы  Яңы Берҙәш ауылында туҡтап, күперҙе ҡарайҙар. Бында аҫылмалы күперҙе ремонтлай башлайҙар. Әйтергә кәрәк, был күпер урындағы халыҡ өсөн бик  мөһим һәм уны тергеҙеү мөмкинлектәрҙе  яҡшырта.

Артабан   «Ультродекор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте делянкаһында туҡталалар.  Арендатор урман әҙерләү һәм сығарыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә, шулай уҡ урман тергеҙеү менән шөғөлләнә. Урманды файҙаланыуға бындай комплекслы ҡараш тармаҡтың тотороҡло үҫешенең нигеҙе булып тора, тип билдәләй Айҙар Әнғәм улы.

Алмаз Исламғәлиев етәкләгән  “ЮграТранс” яуаплылығы  сикләнгән йәмғиәтендә  ҙур күләмдә ағас киҫеп өйөлгән.  Күренеүенсә, компания райондың урман сәнәғәте секторына ҙур өлөш индерә.

Эш сәфәре аҙағында Айҙар Әнғәм улы   «Азатлыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Етәкселәр  яңы ағас киҫеү линияһының сафҡа индереү эштәрен ҡарай.  Заманса технологияларҙы индереү — һәр предприятие өсөн мөһим аҙым. Был йәһәттән "Азатлыҡ" йәмғиәте һөҙөмтәлелекте һәм конкурентлыҡҡа һәләтлелекте арттырыуға ынтылыш күрһәтә.

“Төбәктең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеп, урындағы предприятиеларҙың нисек үҫешеүен һәм эш урындары булдырыуын күреү ҡыуаныслы. Бындай предприятиеларға ярҙам итеү һәм уларҙы артабан үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүләм”, — тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә айҙар  Әнғәм улы Шәйҙуллин.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall519141188_15186

 

Урман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнай
Урман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнай
Урман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнай
Урман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнай
Урман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнай
Урман сәнәғәте предприятиеларында  эш ҡайнай
Урман сәнәғәте предприятиеларында эш ҡайнай
Автор:
Читайте нас