

“Башҡортостан” полкы составындағы Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының операция-яра бәйләү взводының өлкән шәфҡәт туташы Эльвира Сираева үҙенә үҙенсәлекле позывной һайлаған: “Ай” – “Луна”.
Махсус хәрби операцияға тиклем ул Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында тиҙ ярҙам фельдшеры булып эшләгән. Эльвираның һөнәри стажы – 27 йыл. “Ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм яугирҙәрҙең ихлас йылмайып әйткән рәхмәте – беҙҙең хеҙмәт өсөн иң ҙур награда”, - ти Эльвира.
“Был полкта хеҙмәт итеүем менән ныҡ ғорурланам. Беҙгә һәр ваҡыт ирекмәндәр ярҙам итә. Барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт әйтәм. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!" – ти ҡыйыу ҡатын.
Сығанаҡ: https://vk.com/club175284210 (“На земле Салавата”)