Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Ғинуар , 13:20

Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа

Иҫке Ҡаҙансы ауылында илебеҙҙә  иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы һәм  Башҡортостанда иғлан ителгән  Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап, балалар һәм   ата-әсәләр өсөн күңелле һәм фәһемле сара ойошторалар.

Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙаҠышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа

Сара ауыл китапханаһында башлана. Ауыл Советында эшләүсе Зинира Фаил ҡыҙы Динисламова  тәүҙә  балалар һәм ата-әсәләр өсөн янғын хәүефһеҙлеге, пилотһыҙ осоу аппараттарынан һәм телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡланыу юлдары тураһында фәһемле әңгәмә үткәрә.

Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы артабан сарала  ҡатнашыусыларға Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә быйыл Иҫке Ҡаҙансы ауылында  халыҡ һайлаған проект — Еңеү паркына капиталь ремонт  үткәреү тураһында ла мәғлүмәт еткерә.  Халыҡ берҙәм эш итикәндә генә был проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеген аңлата. Байрамға килеүселәр проектты хуплап, уны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәктәрен белдерә.

“Артабан байрам тышта, саф һауала дауам итте: бергәләп арҡан да тарттыҡ, саналарҙа ла уҙыштыҡ, быйма кейеп хоккей ҙа уйнаныҡ, күңелле ярыштарҙа  етеҙҙәрҙе билдәләнек, епкә теҙелгән бүләктәрҙе лә киҫтек.

Самауырҙар ҡайнап сыҡҡас, ата-әсәләр менән берлектә табын әҙерләп, тәмлекәстәр менән сәй эстек.

Күңелле байрам урындағы мәҙәниәт усағында дауам итте. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән барыһы ла рәхәтләнеп уйнаны, бейене, бүләктәр алып ҡыуанды, бергә үткәргән ваҡыттан күтәренке кәйеф алып таралышты.

Әүҙем уҡыусылар Пушкин картаһы буйынса  билет алыуҙан килгән һәм  “Юность” магазины хужаһы Ришат Ғәлләмов биргән аҡсаларға бүләктәр һатып алдыҡ. Байрам барыһына ла оҡшаны. Сараны үткәреүҙә ҡатнашҡан мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл Советы, күп функциялы ауыл мәҙәниәт клубы коллективтарына рәхмәт”, — тип һөйләне ауыл китапханасыһы Гөлфинә  Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова.

Афарин, ҡаҙансылар! Быйылғы Ҙур һәм татыу ғаилә йылын бик матур башланығыҙ! Артабан да берҙәм булып, фәһемле саралар үткәрергә яҙһын!

Наилә Имаева.

 

 

 

Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Ҡышҡы каникул көндәре күңелле һәм файҙалы уҙа
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас