

Тыуған ер, тыуған ауыл, тыуып-үҫкән нигеҙ... Ошо төшөнсәләр районыбыҙҙың Ишмәмәт ауылында ғүмер итеүсе Фәүис Закиров өсөн иң изгеләрелер. “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, тигән әйтемде ул бәләкәйҙән, ата-әсәһенең колхозда эшләп, ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәүенән аңлап үҫкән. Эйе, тыуған ергә яратыу хистәре бары тик иң ғәзиз кешеләрең — атайың һәм әсәйеңдең намыҫлы хеҙмәттә тамған тире, уларҙың тырышлығы менән тәрбиәләнә. Закировтар балаларында ауыл тормошона ихтирамды, ҡәҙер-хөрмәтте һеңдереп үҫтергән, өсөһө лә ауылда йәшәп ғүмер итеүҙе һайлаған.
Фәүис Мөҙәрис улы үҙен бала саҡтан бары тик ауыл кешеһе итеп күҙаллай. Яҙын-йәйен йәшеллеккә төрөнөп ултырған ауыл, көҙҙәрен мул уңышы менән ҡыуандырған һары баҫыуҙар, иртә-кисен бөтә ауылды йәнләндереп үткән һыйыр-һарыҡ көтөүҙәре, күкрәк тултырып рәхәтләнеп, һулап туймаҫлыҡ саф һауаһы, башҡа бер ерҙә лә юҡтыр кеүек тойолған йондоҙло күге... Нисек ташлап китәһең инде ошо тиклем хозурлыҡты?! Башҡа бер генә ауылда ла, бер генә ерҙә лә юҡ бит бындай матурлыҡ!
Бигерәк тә уға аттар янында булыу оҡшай, эттәрҙе ярата. Аҡыллы, сабыр, ауыл кешеһенең беренсе ярҙамсыһы, таянысы булған был йән эйәләре уға айырыуса яҡын була. Урта мәктәпте тамамлағас, Фәүис ике лә уйламай, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Мал табибы белгеслеге буйынса юғары белемле егет “Мир” колхозына эшкә ҡайта. Башы-аяғы менән эшкә сума ул, уның тырышлығын күрәләр, бер аҙ тәжрибә туплағас, Кәшкәләү ветеринария участкаһына етәксе итеп билдәләйҙәр. Ауыл биләмәһенә ҡараған барлыҡ ауылдарҙы хеҙмәтләндереү уның иңенә йөкләтелә.
Мал табибы бөтә тереклек һаулығы һағында тора, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Шәхси хужалыҡтарҙа аҫралған мал-тыуар, ҡош-ҡорт — һәммәһе лә уның ныҡлы күҙәтеүе аҫтына алына. Төрлө ауырыуҙарҙы киҫәтеү саралары уҙҙырыу, прививкалар яһау, йоғошло ауырыуҙарға юл ҡуймау, кешеләргә кәңәштәр биреү — һанай китһәң, хәтһеҙ, яуаплылыҡтың сиге юҡ. Хәҙерге көндә ветеринария участкалары берләштерелгәс, Таҙлар участкаһы начальнигы булып эшләй Фәүис Мөҙәрис улы. Был — яуаплылыҡ икеләтә артты тигән һүҙ. Барлыҡ тейешле эштәрҙе ул ветеринария фельдшеры Фларит Шаматов менән бергә башҡара.
Әлбиттә, әҙәм балаһы хеҙмәте менән генә йәшәй алмай, уның ныҡлы тылы — ғаиләһе булһа, ул тағы ла бәхетлерәк, уңышлыраҡ була. Студент саҡтарында уҡ танышып, матур ғаилә ҡороп, үҙенең ышаныслы юлдашы итеп һайлаған хәләле, бар ғүмерен уҡыусыларға белем биреүгә бағышлаған уҡытыусы Миңлегөл Ғиндулла ҡыҙы менән улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өсөһөнә лә юғары белем биреп, тормош юлында үҙ һуҡмаҡтарын табырға ярҙам иткәндәр. Улдары Филүс Нефтекама ҡалаһында төпләнгән, ҡыҙҙары Гөлнур һәм Гөлназ район үҙәге Борайҙы үҙ иткән. Ҡыҙҙарын икеһен дә районда яҡшы беләләр. Гөлнур Фәүис ҡыҙы — район үҙәк дауаханаһында табип-терапевт, меңләгән кешеләргә тән сихәте бирә, сәләмәтлектәре һағында тора. Гөлназ Фәүис ҡыҙы Борай 1-се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, киләсәк быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙе үҙенең йәшәү мәғәнәһе итеп һайлаған.
Фәүис Мөҙәрис улы — өс ейәненең яратҡан олатаһы ла. Был яҡтан ул бик бәхетле. Үҙен ярты һүҙҙән аңлап йәшәгән, һәр башланғысына, һәр уйына терәк һәм кәңәшсе булған ышаныслы тормош иптәше бар уның. Хоҙайға шөкөр, тәрбиәле балалары үҫеп етеп, йәмғиәттә үҙ урындарын тапҡан, матур итеп донъя көтәләр, ата-әсәһенә бары тик шатлыҡлы хәбәрҙәре генә килеп тора. Ейәндәре лә олатайҙарын ихтирам итә, каникулдарҙа, ялдарҙа ҡайтып, ярҙамлашып китә, һөйләшергә, аралашырға бик әүәҫтәр.
Атай кеше өсөн был һүҙҙәрҙән дә ҙурыраҡ рәхмәт буламы икән?! Балаларың, ейндәрең һинең хеҙмәтең, тормошоң менән ғорурлана, һиңә тиң, лайыҡ булырға тырыша икән, тимәк һинең донъяла йәшәүең бушҡа булмаған. Өҫтәүенә, күрше-тирәһе, туғандары, ауылдаштары ла ихтирам итә уны. Ата-әсә нигеҙенә тоғро ҡалып, улар ҡорған донъяның утын һүндермәйенсә, шул нигеҙҙә гөрләтеп йәшәгән, бар булмышы менән халыҡҡа хеҙмәт иткән Фәүис Закиров бына шуға ла бәхетле.
Венера Арысланова.
Фото ғаилә альбомынан.