Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Января , 06:00

Талантлы һәм тәжрибәле уҡытыусы

Ғәлиә Мәғдән ҡыҙы  Дәүләтшина балаларҙың ижади һәләтен асыуға ҙур өлөш индерә

Талантлы һәм тәжрибәле уҡытыусыТалантлы һәм тәжрибәле уҡытыусы
Талантлы һәм тәжрибәле уҡытыусы
Ғәлиә Мәғдән ҡыҙы Дәүләтшинаны Бөрө ҡалаһында белмәгән, уның һөнәри һәләтенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Бөрөгә күсеп килгән йылдарҙа уҡ сағыштырмаса йәш рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының педагогик эшмәкәрлеге тураһында йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде, хатта дәресендә булғым, ситтән генә балалар менән эшләү методикаһын күҙәткем килә торғайны.
Ғәлиә Дәүләтшина Октябрьский ҡалаһында тыуа. Унда балалар баҡсаһына йөрөй, музыкаль йүнәлешле 17-се урта мәктәптә белем ала. Бөрө ҡалаһына күсеп килгәс, 9-сы урта мәктәптә уҡыуын дауам итә. Бәхетенә, ҡайҙа ғына уҡыһа ла әҙәбиәткә, китапҡа ғашиҡ уҡытыусыларҙан белем алырға насип була уға. Бөрөлә Евгения Саватеевна Блинкова инсафлы, мәҙәниәтле булыуы менән йәш ҡыҙҙың күңелен арбай. Театрға һөйөүҙе лә тап ул тәрбиәләй. 
Ғөмүмән, бәләкәй саҡтан китап уҡыуға әүәҫ була Ғәлиә. Әсәһе Мәрйәм Хисаметдин ҡыҙы “Мурзилка”, “Веселые картинки”, “Новый мир” журналдарын даими алдыра, аҙағыраҡ иһә магазиндан китап һатып алыу ғаилә традицияһына әйләнә. Сергей Есенин шиғырҙары айырыуса тәьҫир итә йәш ҡыҙға, күңеленә оҡшағандарын  хәтерендә ҡалдыра. Борис Житковтың “Морские истории” китабына ингән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәләр ҙә бәләкәй ҡыҙҙы хыял донъяһына алып инә. Ундағы хайуандар тормошо менән бергә йәшәй хатта. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек кеүек рухи ҡиммәттәрҙең асылына тап ошондай әҫәрҙәр аша тәрәнерәк төшөнә. 
Ғәлиәнең киләсәгенә, һөнәр һайлауына атаһы ла ҙур йоғонто яһай. Закон һәм тәртип һағында тороусы, намыҫлылыҡ һәм кешелеклелек кеүек сифаттарҙы беренсе урынға ҡуйған Мәғҙән Әмирйән улы – ғаиләнең иң ҙур терәге, ышанысы һәм таянысы. Ул Ғәлиәгә һәр ваҡыт урынлы кәңәштәрен биреп, нимәлер килеп сыҡмағанда: “Борсолма, ҡыҙым, бөтәһе лә яҡшы булыр”, – тип йыуатыр була. Хәҙер ҙә тормош ауырлыҡтары килеп сыҡҡанда Ғәлиә Мәғҙән ҡыҙы тап уға һыйына. Уның кәңәштәре дөрөҫ юл һайларға, ышаныслыраҡ атларға ярҙам итә. 
Мәктәпте тамамлағас, Ғәлиә Дәүләтшина Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда рус һәм сит ил әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуы тағы ла  көсәйә төшә. Үҙ фәнен тәрәндән белгән педагогтарҙан белем ала унда. Р.А. Безрукова, О.А. Курбатова, И.Ш. Юнысовтарҙың лекцияларын һәм семинар дәрестәренә рәхмәтле. 
Ҡыҙыл дипломлы йәш белгес биш йылдан үҙенең мәктәбенә әйләнеп ҡайта. Был юлы инде уҡытыусы тигән юғары исемде аҡлау һәм балаларға нәфис әҙәбиәт аша кешелек сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында. Һәр теманы һыу кеүек эскән Ғәлиә Мәғҙән ҡыҙына методик алымдарҙы  үҙләштереү, һөнәри яҡтан үҙен үҫтереү маҡсаты ҡуйыла. Дәрескә нисек инеү, теманы нисек аңлатыу һәм һөйләү, үҙ-үҙен тотоу манераларын тәжрибәле уҡытыусы  Раиса Германовна Никитинанан үҙләштерә. 
Ҡаланың 7-се урта мәктәбенә күскәс, ҡанаттары нығынып, офоҡтары тағы ла киңәйеп киткәндәй була Ғәлиә Мәғдән ҡыҙының. “Педагогик оҫталыҡҡа уҡыусыларымдың күҙҙәре өйрәтте. Минең һөйләгәндәрем ҡыҙыҡһындыра, уйландыра икән, дәресем уңышлы бара, тип һанайым. Иң мөһиме – балаларҙың ижади потенциалын асыу. Йәнә һәр ваҡыт ғәҙеллек булырға тейеш. Күркәм тәрбиә биреү нәфис әҙәбиәт аша тормошҡа ашырыла. Шуға күрә программа материалына инмәгән  классик яҙыусыларҙың фәһемле әҫәрҙәрен уҡырға тырышабыҙ. Мостай Кәримдең “Ярлыҡау”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” повестарын балалар йылы ҡабул итә”, – ти ул.
Рәсәй Федерацияһының Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһының педагогик ҡумтаһын гранттар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тулыландыра. “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2009” республика конкурсы лауреаты булыуын,  “Дәрес – минең күңелем поэзияһы” номинацияһында Гран-приға эйә булыуын тап уҡыусылары менән берлектә өлгәшкән уңышы, тип һанай. 
Төрлө кимәлдә үткән конкурстарҙа юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән тәрбиәләнеүселәре менән дә хаҡлы ғорурлана Ғәлиә Мәғдән ҡыҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән “Класс” Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсында ҡатнашып, Алина Хөсәйенова “Иң яҡшы диалог” номинацияһында еңеү яулаһа,  Регина Арыҫланова рус теленән,  Яна Савицкая рус әҙәбиәтенән Берҙәм дәүләт имтихандарын йөҙ балға яҙа. 
Матурлыҡты, эстетик тәрбиәне беренсе урынға ҡуйған баҫалҡы остаздарын сығарылыш уҡыусылары ла онотмай. Әлеге ваҡытта Ҡытайҙа инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгән Илшат Сәйетгәрәев мәктәп йылдарын һағына: “Класс етәксебеҙ, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Ғәлиә Мәғҙән ҡыҙы – үҙ эшенең ысын виртуозы. Беҙҙең өсөн ул – үҙ предметын ихлас яратҡан профессионал һәм  кеше булыуҙың ысын өлгөһө. Ул уҡытҡан ете йыл хәтеребеҙҙә иң матур йылдар булып һаҡланып ҡалды. Яҡшы күңелле капитандай, беҙҙе берләштерҙе, һәр беребеҙгә үҙ балаһы кеүек ҡараны, еңеү-еңелеүҙәребеҙҙе бергә уртаҡлашты. Класыбыҙҙың татыу, дуҫ булыуында, һәр беребеҙҙең юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүендә педагогыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.  Шулай уҡ уның һәр дәресе оло байрам була торғайны. Рус әҙәбиәте дәрестәрендә проблемалы ситуацияларҙы асыҡлаған мәлдәр йөрәк түребеҙҙә мәңге һаҡланыр”.
Ғәлиә Мәғдән ҡыҙы уҡыусыларының уҡытыусыһы ғына түгел, ә һөйөклө ҡатын, ике ҡыҙына хәстәрлекле әсәй, өс ейән-ейәнсәренең яратҡан өләсәһе. Ике ҡыҙы лә Бөрөнөң юғары уҡыу йортон тамамлаған. Регина сит ил факультетын тамамлағандан һуң Германияла немец теленән уҡыта, ә Дарина – Мәскәүҙә. Баш ҡалаға барыу оло кинәнес уға. Ҙур театрҙарға йөрөү, музейҙарҙа булыу аңлатып бөтмәҫлек ҡәнәғәтлек бирә. Бындай мәлдәрҙә әсә менән ҡыҙ күренекле шәхестәрҙең яҙмышындағы билдәһеҙ биттәрҙе асыуҙан, театр, мәҙәниәт темаһына ихлас күңелдән аралашыу бәхетенән кинәнә.
Ғәлиә Ғәниева.
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас