Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Ғинуар , 10:55

Ололарҙан фатиха алыу — ҙур сауап

Ҡариҙел районы Тайҡаш ауылында матур йола бар.

Ололарҙан фатиха алыу —  ҙур сауапОлоларҙан фатиха алыу —  ҙур сауап
Ололарҙан фатиха алыу — ҙур сауап

Яңы йылды ҡаршы алғанда   өлкән быуын  вәкилдәрен  Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән тәбриәкләп сығыу Тайҡаш ауылының матур йолаһына әүерелгән. Быйыл да ошо йолаға тоғро ҡалып,  ауыл йәштәре байрамдың төп ҡунаҡтары менән, йылдың беренсе көнөн, ололарҙан фатиха алып, уларға ауыл Советы хакимиәте  исеменән ҡотлап, бүләктәр өләшеп сыҡты.
Бар ғүмерен тыуған ауылдарына бағышлаған ағинәйҙәребеҙ бөгөн дә ауылдаштарына үрнәк һәм кәңәшсе булып йәшәй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ҡул эштәре менән шөғөлләнә, күрше-күлән һәм туған-тыумасалары килһә, тәмле аш-һыу әҙерләп һыйлай.
Ошондай күркәм сифаттарға эйә беҙҙең  Тайҡаш ауылының 93 йәшен тултырыусы Сәҙретдинова Мәнзүмә, 90 йәштәрен билдәләүсе Ғарифуллина Мөсәлиә һәм Ғәлиәхмәтова Фәнзиә, шулай уҡ 89 йәшлек Ғәйнуллина Рәфиғә инәй.
Уларға беҙ  бәхетле ғүмер кисереп, ауылдаштары менән ҡыуанышып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Ололарҙан фатиха алыу —  ҙур сауап
Ололарҙан фатиха алыу —  ҙур сауап
Ололарҙан фатиха алыу —  ҙур сауап
Ололарҙан фатиха алыу — ҙур сауап
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас