Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
2 Ғинуар , 14:00

Ғилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләй

"Айыҡ ауыл -2025" республика конкурсында ҡатнашыусы Гөмбә  ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә лайыҡ Нәфҡиә һәм Мөхәрәм Ғилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләне.

Ғилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләйҒилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләй
Ғилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләй

Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт, ышаныс кәрәк. Үҙ өлгөләрендә сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалап йәшәүсе Нәфҡиә һәм Мөхәрәм Ғилмийәровтар — нәҡ шундай һоҡланғыс пар.

50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Ғилмийәровтар ғаиләһен ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, уларҙың балалары, туғандары һәм дуҫтары килә.

Алтын туй хөрмәтенән ихлас күңелдән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрҙе ҡабул иткәндән һуң, күңелдәрҙе сафландырып, Ҡөрьән аяттары уҡыла.

Нәфҡиә апай менән Мөхәрәм ағай  1975 йылдың декабрендә ҡауыша, ә туйҙарын 1976 йылдың 1 ғинуарында гөрләтеп үткәрә.

Ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәрә Ғилмийәровтар. Матур тәрбиә биреп дүрт бала үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ауыр ҡайғылар кисерергә тура килә: ҡыҙҙары ауыр сирҙән донъя ҡуя, улдары Дауыт махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була.

Бер-береһенә терәк-таяныс булып, Нәфҡиә  апай менән Мөхәрәм ағай ауыр ҡайғыларҙы үткәрергә көс таба.

Икенсе улдары ла МХО-ла ҡаты яраланып ҡайта.

Ғилмийәровтар бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре уңыштарына һөйөнөп, ауылдаштарының ихтирамын  тойоп, сабыр ғына ғүмер итә. Бер-береһенә, балаларына оло терәк һәм ярҙамсы, аҡыллы кәңәшсе булып донъя көтәләр. Ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар.


Киләсәктә лә был күркәм ғаиләгә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, Хоҙай биргән оло бүләктән - мөхәббәтегеҙҙән айырмаһын!

 

 

Ғилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләй
Ғилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләй
Ғилмийәровтар алтын туйҙарын билдәләй
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас