

Изге күңелле кешеләр генә тормош ауырлыҡтарын, яҙмыш һынауҙарын һәм уның бәхетле мәлдәрен дә сабырлыҡ менән ҡабул итә. Барыһы өсөн дә рәхмәтле булыу хисе бөтәһенә лә бирелмәй. Мишкә Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы буйынса педагогы Олеся Алексеева бер ҡыҙ һәм биш ул тәрбиәләй.
Мин ғаиләмдән башҡа тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым. Шул тиклем балаларым булыуына яҙмышыма рәхмәтлемен. Мин ҡатын-ҡыҙ булмышын ғаилә усағын һаҡлауҙа, яҡшы әсә булыуҙа, балалары бәхетле, изгелекле һәм ярҙамсыл, намыҫлы булһын өсөн мөмкин булғанын да, булмағанын эшләүҙә, тип аңлайым. Мин уларға кәрәк булыуым менән бәхетлемен, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Олеся Арсениевна.
Олеся Янышеыв (ҡыҙ фамилияһы) Үрге Сорокин ауылында 44 йыл элек тыуған. Ул үҙе лә ишле ғаиләлә үҫә, биш баланың икенсеһе була. Өс апай һәм ике ҡусты ғаилә һәм туғанлыҡ ептәрен нығытып йәшәй, бергәләп йыш осрашалар. Ата-әсә балаларын бер-береһен хөрмәт итергә, ярҙамлашып йәшәргә, ғаиләне һаҡларға өйрәтеп үҫтерә. Бәхеткә, Олеся Арсениевнаның тормош иптәше лә яҡшы кеше була, балаларына һәр яҡлап өлгө.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Олеся Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге мәктәп-интернатҡа уҡырға инә. Хәҙер ул Республика гимназия-интернаты тип атала. Был уҡыу йорто республиканың йөҙөк ҡашы булып һанала. Бирелә Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре буласаҡ музыканттарҙы үҫтерә. Ҡыҙ артабан Өфөнөң 2-се колледжында белем ала. 2002 йылда ҡулына диплом алып, Олеся Арсениевна үҙенең хеҙмәт юлын Ирсай ауыл мәҙәниәт йортонда башлай. Ә бер йылдан Мишкәлә Балалар музыка мәктәбендә “Ладушки” өлгөлө балалар вокаль ансамбленең аккомпаниаторы булып китә. Бына 22 йыл ул ошо вазифала, фортепиано класы буйынса балаларға музыкаль белем бирә. Ул БДУ-ла уҡып, 2015 йылда юғары белемле белгес була.
Олеся Арсениевна тормош иптәше Денис Петрович менән алты бала тәрбиәләй. Оло ҡыҙҙары Алина Благовещенск ҡалаһында һатыусы-консультант булып эшләй. Улдары А. Искәндәров исемендәге Ирсай урта мәктәбендә белем ала. Матвей — 7-се, Трофим — 3-сө класта. Тихон тыуған ауылдарында башланғыс мәктәптә 1-се класта уҡый. Михей менән Алан әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Бер-береһенә бик оҡшаһалар ҙа, балаларҙың холоҡтары төрлө. Кемдер баҫалҡы, кемдер шаян, шуҡ, ҡайһыһылыр түҙем, ҡайһыһылыр етеҙ, әүҙем. Һәм һәр береһенә хәстәрлекле әсә яйын таба.
Мин һәр ваҡыт минең ярҙам, кәңәш кәрәк саҡты тотоп алырға тырышам. Уларҙың үҙҙәре хәл итә торған ауырлыҡтар ҙа була, ә ҡайһы саҡ ата-әсәнең ҡатнашлығын талап иткән мөһим проблемалар ҙа килеп сыға. Шул саҡта ултырып бергәләп һөйләшергә кәрәк, нимәгәлер өйрәтергә, аңлатырға, нимәнелер тыйырға. Әлбиттә, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе атай кеше хәл итә, уның авторитеты ғаиләлә ҙур. Төрлө конфликттар ҙа, аңлашылмаусанлыҡ та килеп сыға, ләкин беҙ уларҙан тыныс ҡына, ыңғай ҡарар ҡабул итеп, бер-беребеҙҙе кисереп, дуҫлашып сығабыҙ. Ҙур ғаилә — ул бәхет, шул уҡ саҡта ҙур хеҙмәт һәм яуаплылыҡ та, — ти күп балалы әсә.
Алексеевтар ҙур хужалыҡ тота, ҡош-ҡорт үрсетә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Балалар ата-әсәгә һәр эштә лә ярҙам итеп, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә. Олеся Арсениевна гөл-сәскәләр үҫтерергә, тәмле ризыҡтар бешерергә, баҡсала эшләргә ярата, оҫта итеп тегә, бәйләй, сигә.
Балаға ғүмер биреү һәм уны тәрбиәләү — оло бәхет, — тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша ул. — Бигерәк тә тормош юлынан ирең менән бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп, аңлашып атлағанда. Бала тыуыуы — ҡатын-ҡыҙ өсөн ҙур бүләк, мин үҙ тәжрибәмде бер кемгә лә таҡмайым, ләкин балаларым булмаһа, минең тормошом нисек булыр ине икән, белмәйем. Бала һәм әсә мөнәсәбәтенән балаларҙың киләсәк тормошо һалына, шуға күрә уларға күп иғтибар бирергә, хәстәрләргә, яратырға кәрәк. Малайҙар араһында төрлө хәлдәр була, мин уларҙы ундай саҡтарҙа һәр ваҡыт алтын уртаҡлыҡты табырға, бер-береһенә юл ҡуйырға, олоно ололарға, кесене кесе итергә өйрәтәм.
Күп балалы әсә булыу — ауыр ҙа, ҡыуаныс та. Был — һәр бала килтергән шатлыҡты татыу, йөрәгеңдә оло һөйөү хисе йәшәтеү, яҡшыраҡ булырға тырышыу. Олеся Арсениевна ғәзиздәре өсөн барын да эшләй.
Светлана Тоймырҙин