Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
1 Ғинуар , 04:00

Ҡылғандары бары изгелек

Ҡариҙел районы Шамрат ауылында йәшәүсе илһөйәр һәм телһөйәр гүзәл зат, талантлы педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Альбина Хәйҙәршина бөгөн 65 йәшлек күркәм  юбилейын билдәләй.

Ҡылғандары бары изгелекҠылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек


Альбина Йыһанур ҡыҙы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсә ҡосағында яҡшы тәрбиә алып, йәмле Йүрүҙән йылғаһы буйында үтә уның бала сағы. Артабан да бар ғүмерен, тырыш хеҙмәтен тыуған төбәгенә арнай.
Бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәре хаҡында хыяллана. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, Альбина Йыһанур ҡыҙы студент тупһаһына баҫҡансы, Балмазы балалар баҡсаһында һәм ике йылдан һуң Шамрат мәктәбенең интернатында тәрбиәсе булып эшләй. 1982 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһына икенсе курсҡа уҡырға инә. Альбина студент йылдарында ла бик әүҙем була, үҙен яҡшы яҡтан ғына таныта һәм 1984 йылда тыуған районына ҡайтып, Ҡараяр балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай.
1986 йылда Нәғим Мөғәтәсим улы менән гөрләтеп туй яһап, тормош ҡоралар. Ғаиләнең шатлығы һәм таянысы булып, улдары Фларит, ҡыҙҙары Регина һәм Лиана тыуа. Альбина Йыһанур ҡыҙы бала күңелен һүҙһеҙ аңлай белгән тәрбиәсе, үҙ эшенең оҫтаһы, һәләтле педагог.
Тәжрибәле уҡытыусы, тел оҫтаһы бик күп йылдар тыуған Шамрат ауылында мәктәптә башҡорт теле һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан ул Шамрат балалар баҡсаһында тәрбиәсе була.
Әлеге көндә ул хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә ул. Урында бер сара ла унан башҡа үтмәй.
- Әсәйебеҙ һәр яҡлап өлгө, беҙҙе кешелекле булырға, бер-береңде ихтирам итергә өйрәтүсе гүзәл зат. Атайыбыҙ менән ҡауышыуҙарына ла быйыл 40 йыл тула. Улар әле лә гөрләтеп донъя көтә: мал тота, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай. Беҙҙе тәрбиәләп үҫтереп, һәр беребеҙгә юғары белем алырға ҙур көстәрен һалдылар, кеше иттеләр, — ти юбилярыбыҙҙың улы Фларит.
Бөтә балалары ла инде үҙ донъяларын көтә, балалар тәрбиәләй, районда абруйлы кешеләр.
- Әсәйебеҙ арыу-талыу белмәҫ, һәр кемгә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ, — ти ҡыҙҙары Регина. – Ул ғаилә һәм рух ҡотон һаҡлап, туғандар араһында йәм һәм гармония тыуҙырыусы, туғанлыҡ ептәрен нығытыусы изге зат. Хәстәрлекле һәм оҫта хужабикә булараҡ яҡындарын алсаҡ йөҙ, тәмле аш, мул ризыҡ әҙерләп ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала.
Альбина Йыһанур ҡыҙы ҡул эштәренә лә бик оҫта. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә бәйләгән ойоҡбаштары тәнгә сихәт, йәнгә йылылыҡ өҫтәй.
Ул бөгөн дә тирә-яғыңдағы кешеләргә шатлыҡ һәм яҡтылыҡ өләшеп, олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле һәм игелекле булып йәшәй.
— Беҙ ғүмер буйы Альбина менән күрше булып йәшәнек. Ул минең өсөн терәк, таяныс һәм иң беренселәрҙән ярҙам ҡулын һыҙыусы әхирәтем дә. Ауылда абруйлы кәңәшсе, шуға күрә лә үҙе оло ихтирам ҡаҙанған. Уның йәмәғәт эшендә ҡайнап эшләүе, халыҡты туплап, алға әйҙәүе бөтәһенә лә яҡшы билдәле, — ти Шамрат балалар баҡсаһында күп йылдар бергә эшләүсе Мәғәфиә Зөбәйерова.
Хәйҙәршиндар ғаиләһе районыбыҙҙа ла оло ихтирамға лайыҡ. Тормош иптәше Нәғим Мөғәтәсим улы шәп ҡул оҫтаһы, донъяның тотҡаһы һәм хужаһы. Альбина Йыһанур ҡыҙы өйҙә һөйөклө ҡатын һәм уңған хужабикә. Улар балаларына ҡәҙеле әсәй һәм атай, алты ейән-ейәнсәренә яратҡан олатай һәм өләсәй, ауылдаштарына ярҙамсы һәм кәңәшсе, туғандарына терәк һәм үрнәк булып матур донъя көтөп йәшәй.
Альбина Йыһанур ҡыҙын күркәм тормош байрамы менән ҡотлап, бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, эштәренең һәр ваҡыт уң булыуын теләп ҡалабыҙ. Балаларығыҙҙың игелеген күреп, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, бәхеттә йәшәгеҙ.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Ҡылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас