Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
29 Декабря 2025, 11:50

Ҡыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк итте

Солтанай ауыл мәҙәниәт йортонда Яңы 2026 йылды ҡаршы алыуға  арналған матур сара үтте

Ҡыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк иттеҠыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк итте
Ҡыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк итте

Солтанай ауылында Ҡыйғаҙы ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Зәлифә Ибраһимова  етәкселегендә Ҡыйғаҙы ауылы һәүәҫкәрҙәре Яңы йыл байрамы уңайынан һәм Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу сиктәрендә бай йөкмәткеле лирик кисә ойошторҙо.

“Күңелле ял итегеҙ!” тип аталған байрам концертында үҙенең моңло йырҙарын солтанайҙарға Фәнүзә Дауытова, Фәнилә Дүшәнбаева, Зәлифә Ибраһимова, Ания Ғилметдинова, Мәрзиә Сәхәүетдинова бүләк итте. Сарала махсус хәрби операция темаһына ла айырым урын бирелде. Улдары МХО-ла ҡатнашҡан әсәйҙәр Зөлфинә Дауытова менән Сания Нурмөхәмәтова ла ҡатнашты. Зөлфинә Дауытова үҙе яҙған тәрән мәғәнәле шиғырҙарҙы уҡыны, оҫта итеп татар һәм мари халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы.  Талантлы гармунсылар Азат Ибраһимов, Үтәштән Нәжип Ғилметдинов сараны музыкаль яҡтан биҙәп, тамашасыларҙы ла йырлатты һәм бейетте.

Солтанайҙарға  байрам кәйефе бүләк иткән өсөн Ҡыйғаҙы мәҙәниәт йортоноң “Бәхет” фольклор коллективы ағзаларына, гармунсыларға ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәре Фәниә Суфиянова, Фәнзиә Әхмәтйәнова, Рәйсә Сәләхетдинова ҙур рәхмәттәрен еткерҙе, шулай ауыл-ара дуҫлыҡты дауам итергә, берҙәм йәшәргә саҡырҙы.

Ҡыйғаҙы ауылы һәүәҫкәрҙәренең берҙәмлекте, татыулыҡты һаҡлауға өндәгән бай йөкмәткеле концерты бер тында үтеп, күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Ҡыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк итте
Ҡыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк итте
Ҡыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк итте
Ҡыйғаҙылар байрам кәйефе бүләк итте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас