Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Декабрь 2025, 15:05

Яңы йыл мөғжизәләре дауам итә

– Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша, тик ысын күңелдән теләргә һәм ышанырға кәрәк. Яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән! - ти Әмирҙең хыялын тормошҡа ашырыусы етәксе.

Яңы йыл мөғжизәләре дауам итәЯңы йыл мөғжизәләре дауам итә
Яңы йыл мөғжизәләре дауам итә

“Балтач таңнары” гәзитенең баш мөхәррире Рөстәм Вәлиев та "Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй  хәйриә акцияһына ҡушылды.

Рөстәм Вәлиев шыршынан алған шарҙа теләк Иҫке Балтас ауылынан Әмир Ғәлиевтыҡы булып сыҡты. Бала күңеленән сыҡҡан ихлас теләк иғтибарһыҙ ҡалманы — Яңы йыл алдынан Әмирҙең хыялы ысынға ашты.

Уға  махсус юллы төрлө уйынсыҡ машиналар бүләк ителде. Бынан тыш, Рөстәм Мәүләүи улы баланы татлы күстәнәстәр менән дә һөйөндөрҙө. Бүләктәр Әмир өсөн генә түгел, ә уның ғаиләһе өсөн дә ысын байрам  рухы алып килде.

– Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша, тик ысын күңелдән теләргә һәм ышанырға кәрәк. Яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән! - ти Әмирҙең хыялын тормошҡа ашырыусы етәксе.

 Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас