

”Ҡотло булһын Яңы йылдар!
Имен булһын киләсәк!
Сау-сәләмәт булығыҙ, һеҙ,
Беҙҙән һеҙгә шул теләк.
Шундай матур теләктәрҙе теләп, Үршиҙе ауылында Ҡыш бабай һәр йортҡа керҙе. Ул үҙенең шаян, матур һүҙҙәре менән оло йәштәгеләрҙең күңелен күтәрҙе, яҡшы кәйеф бүләк итте.Ошо матур осрашыуҙы тағы ла йәмләндереп күстәнәстәр тапшырҙы.
Һуғыш осоро балаларына шундай байрамды Үршиҙе мәҙәниәт йорто фольклор коллективы ойошторҙо. Был эште ауыл Советы депутаты Ильяс Исхаҡов, фельдшер Лилиә Хәбибуллина, социаль хеҙмәткәр Альфира Мәхийәнова хуплап, күңелле итеп башҡарҙы.
2025 йылда башҡарылған эштәрҙең ойоштороусыларына ҙур рәхмәт әйтке килә. Мәҙәниәт йорто методисы Альбина Насырова, ауылыбыҙ старостаһы Рәүеф Ниғәмәтйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе Дамир Нартдинов, имам-хатиб Рәүзәт Әғәлиуллин, “Айыҡ ауыл -2025” конкурсының муниципаль этабында призлы урын алыуға ҙур өлөш керетте.
Ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт әйтке килә Насыров Камил абыйға, Хөснимәрҙәнов Әнғәмғә, Әҡбәров Мәүхәткә, Хаков Рөстәмгә һәм башҡа ир-егеттәргә.
Ауылыбыҙҙы төҙөкләндереүҙә уларҙың өлөшө ҙур булды, — тип һөйләне район гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе, хөрмәтле мәғариф ветераны, урында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәнизә Сәлимгәрәева.
Һүрәттәрҙә: Үршиҙе ауылының иң өлкән кешеһе Ямалия Ғәйнелйән ҡыҙы Хәлиуллина 95 йәшен ҡаршылай.
Махсус хәрби операцияға улын оҙатҡан Фәйрүзә Кәрим ҡыҙы Карамова улының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Наилә Имаева.