Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Декабрь 2025, 17:10

Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса закондар көсөнә инде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2022 йылдан МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың 11-е 2025 йылда эшләй башланы.

Рәсәйҙә  МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса закондар көсөнә индеРәсәйҙә  МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса закондар көсөнә инде
Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса закондар көсөнә инде

26 декабрҙән  Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн бер нисә закон көсөнә инде.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр бушлай икенсе урта һөнәри белем алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ 26 декабрҙән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бәлиғ булған балаларына мәктәпте тамамлағандан һуң 1 сентябргә тиклем льготаларҙы оҙайтыу тураһында нормалар ғәмәлгә индерелә.

«Беҙҙең яугирҙәр, уларҙың яҡындары бер нәмәгә лә мохтаж булырға тейеш түгел. Шуға күрә хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн булдырылған хоҡуҡи өлкәне камиллаштырыу буйынса эш даими алып барыла», — тине парламент спикеры.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2022 йылдан МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың 11-е 2025 йылда эшләй башланы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-26/v-rossii-s-26-dekabrya-vstupili-v-silu-zakony-po-podderzhke-uchastnikov-svo-4522121

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас