Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Декабрь 2025, 04:30

Балтаста ветеранды байрам менән ҡотланылар

Ололарҙың хәлен белеү, ихтирам һәм хөрмәт күрһәтеү өсөн күп нәмә кәрәкмәй, бары күңел йылыһы, иғтибар булыуы мөһим.

Балтаста ветеранды байрам менән ҡотланыларБалтаста ветеранды байрам менән ҡотланылар
Балтаста ветеранды байрам менән ҡотланылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә, улар менән бергә тарихтың сағыу биттәре лә  артта ҡала. Иҫәндәренең хәлен белеү, ихтирам һәм хөрмәт күрһәтеү өсөн күп нәмә кәрәкмәй, бары күңел йылыһы, иғтибар булыуы мөһим.

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Яңы йыл байрамы алдынан Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индергән, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тырышлыҡ һалған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхнәф Мазһаровты ысын күңелдән байрам менән ҡотланы. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге битендә яҙған.

“Байрам менән, Әхнәф Мазһар улы! Киләһе йыл һеҙгә шатлыҡтар, ҡоростай ныҡ сәләмәтлек һәм именлек алып килһен! Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индергәнегеҙ, батырлығығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Көслө рухлы яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!”– тип ветеранға тәрән ихтирамын белдергән район етәксеһе.

Беҙ ҙә был ихлас ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм ветеранға һаулыҡ, илебеҙгә именлек теләйбеҙ!

Фото: “Балтач таңнары” гәзите сайтынан.

Автор: Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-12-28/veterandy-bayram-men-n-otlanylar-4523012

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас