

Абсолют еңеүсе исеменә Ҡариҙел ауылынан Алмаз Мөхәмәҙиев лайыҡ булды.
Ярышта ҡатнашыусыларҙы Ҡариҙел ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, баш судья Рәмил Мостафин һәм турнир сәркәтибе Илнур Билалов сәләмләне.
Сарала бөтәһе утыҙҙан ашыу кеше ҡатнашты. Төрлө йәштәге шахматсылар араһында иң олоһона – 70, иң кесеһенә ни бары 7 йәш булды.
Турнир тамамланғас, судьялар еңеүселәргә дипломдар һәм миҙалдар тапшырҙы. Беренсе урын яулаусыларға Яңы йыл шыршылары бүләк иттеләр.
Ойоштороусылар шулай уҡ бөтә ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.
Марат Бүләков.