Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Декабрь 2025, 17:20

Ағинәйҙәр гәзиткә яҙылып, бүләк отто

Тулыраҡ: 

Ағинәйҙәр гәзиткә яҙылып, бүләк оттоАғинәйҙәр гәзиткә яҙылып, бүләк отто
Ағинәйҙәр гәзиткә яҙылып, бүләк отто

Һәр эштә алдынғылыҡты бирмәгән Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре район гәзиттәренә йыл һайын әүҙем яҙыла. Киләһе 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына ла улар дәррәү яҙылып ҡуйҙы.

 25 декабрҙә Асҡын мәғлүмәт үҙәге гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатты.

Иҫке Ҡаҙансы ауылынан Эльвера Зиннәтова, Фәниә Солтаншина һәм Ләйсән Ғафуръянова өлөшөнә лә бүләк  төштө. Был бүләктәрҙе  Иҫке Ҡаҙансы ауылында 27 декабрҙә үткән сарала тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева менән рухлы ағинәйҙәргә тапшырҙыҡ.

Бүләк отоусыларҙы  һәм барлыҡ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы  яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек,  ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы һәм иң мөһиме, махсус хәрби операция тамамланып, яугирҙарыбыҙҙың Еңеү  менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

 

 

Ағинәйҙәр гәзиткә яҙылып, бүләк отто
Ағинәйҙәр гәзиткә яҙылып, бүләк отто
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас