

“Беҙ йыл һайын Яңы йыл алдынан мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта ҡар һындар яһап, шыршы ултыртып, биҙәйбеҙ. Быйыл да, ҡар аҙ булыуына ҡарамаҫтан, матур традициябыҙға тоғро ҡалдыҡ. Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йорто ҡаҙанлығында оператор булып эшләүсе Ришат Финат улы Юнысов менән урындағы мәктәптең хужалыҡ мөдире Рәфис Миңлегәрәй улы Ибраһимов ярҙамында майҙансыҡҡа Яңы йыл һулышы өрҙөк. Төп геройҙарыбыҙ Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу һәм Яңы йыл символы — Ат барыһын да сәләмләп, яҡшы кәйеф өләшеп торһон!
Иң мөһиме, йыл хужаһы матур, тыныс, йомшаҡ баҫып килһен, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙ иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!” —
тип һөйләне Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә Ғаяз ҡыҙы Фәтихова.