

Ҡариҙел районының Тайҡаш һәм Асҡын районының Гөмбә ауылдары араһында дуҫлыҡ күпере көндән-көн нығый.
Был ауылдарҙа йәшәүсе милләттәштәр халыҡ ижадына ғашиҡ булыуҙары, фольклор коллективтары менән борондан һаҡланып килгән йолаларҙы йәш быуынға тапшырып килеүҙәре, берҙәмлек көсө менән тирә-яҡты төҙөкләндереүҙәре менән һоҡландыра һәм райондаштарына изге эштәре менән үрнәк булып йәшәүҙәрен дауам итә.
Гөмбә ауылында уҙған йылы осрашыу айыҡ тормошто пропагандалау, тыуған яҡ һәм уның ер-һыу атамалары тарихын өйрәнеү тураһында фәһемле сығыштар йыр-моң, бейеүҙәр менән үрелеп бара. Сара Гөмбә ауылы янындағы изге урындарға сәйәхәт менән тамамлана.
Асҡындарҙың ҡунаҡсыллығы һәм ҡариҙелдәргә ҡарата ихтирамдары өсөн тайҡаштар оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Марат Бүләков.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2025 #АйыҡАуыл2025
#ҠариҙелРайоны #АйыҡауылГөмбә
#Тайҡаш #Тайкаш