Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Декабрь 2025, 11:10

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!

Бөгөн  район Мәҙәниәт йортонда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле  балалар өсөн район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы үтте.

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!

 

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов  тамаша ҡарарға килгән балаларҙы һәм уларҙың ата–әсәләрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм алдағы йылда көтөлмәгән күңелле мәлдәрҙең күп булыуын теләне.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар “Мельница” балалар ижады үҙәге коллективы әҙерләгән әкиәтте ҡараны, сағыу итеп биҙәлгән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән өйрөлдө, Балалар сәнғәт мәктәбе һәм Балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған уйындарҙа ҡатнашты.

Һәр кем Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға үҙ һөнәрен күрһәтергә ашыҡты - кемдер шиғыр һөйләне, кемдер йыр йырлап ишеттерҙе. Барыһы ла байрамдан ҡәнәғәт ҡалып, тәмле күстәнәстәр менән таралышты.

Яңы йыл һәр балаға бәхет, илһам һәм тылсымлы мәлдәр килтерһен!

Наилә Имаева.

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас