Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Декабрь 2025, 04:55

Ҡариҙел районында Геройҙар аллеяһы асылды

Иҫтәлекле объект булдырыу мөмкинлеге «Айыҡ ауыл-2024» республиика конкурсында призлы урын яулаған  Абыҙ ауылы халҡының инициативаһы һәм тырышлығы ярҙамында барлыҡҡа килде.

Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылдыҠариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында Геройҙар аллеяһы асылды

 Абыҙ ауылында Геройҙар аллеяһы асылды. Был изге һәм әһәмиәтле ваҡиға берҙәмлек һәм  илһөйәрлек символына әүерелде.

Тантаналы сарала Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Ҡариҙел ауыл Советы башлығы Руслан Ильясов, "Ватанды Һаҡлаусылар" филиалы етәксеһе Ришат Ғәлинуров, йәмәғәтселек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары, тайҡаштар, ауыл халҡы ҡатнашты.

Иҫтәлекле объект булдырыу мөмкинлеге «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабы финалсылары булған һәм республика кимәлендә Ҡариҙел районын лайыҡлы күрһәткән Абыҙ ауылы халҡының инициативаһы һәм тырышлығы ярҙамында барлыҡҡа килде. "Айыҡ ауыл-2024" республика конкурсында еңеү яулап алған аҡсаны абыздар бөтәһе өсөн мөһим булған был проектты тормошҡа ашырыуға йүнәлтә.

Аллеяла туғыҙ пилон ҡуйылған, унда геройҙарҙың фотоһүрәттәре һәм ҡыҫҡаса биографиялары урынлаштырылған. Батырҙарыбыҙ Илдар Шәһәбетдинов, Әғдәм Рамазанов, Дамир Солтанов, Владимир Рачев, Ринат Исламов, Борис Низаметдинов һәм Роман Сәйетгәрәевтың  исемдәре илебеҙ һәм тыуған яҡ тарихына мәңгелеккә яҙылды.

Аллеяла Социалистик хеҙмәт Геройы Василий Дульцев һәм Рәсәй Геройы, атҡаҙанған хәрби осоусы, Ҡариҙел районының почетлы гражданины Владимир Әлимов исеме лә лайыҡлы урын биләй.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында  Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡариҙел районында Геройҙар аллеяһы асылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас