Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Декабрь 2025, 11:30

Солтанайҙар батырҙарын онотмай

#Урындағыбашланғыстарҙыяҡлаупрограммаһы2026  #Асҡынрайоны  #Солтанайауылы Солтанай ауылы халҡы  “Улар Тыуған ил өсөн көрәште” обелискын төҙөкләндерергә ниәтләп, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Солтанайҙар батырҙарын онотмайСолтанайҙар батырҙарын онотмай
Солтанайҙар батырҙарын онотмай

Солтанайҙар 2026 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ошо уңайҙан ноябрь айында ауыл мәҙәниәт йортонда район Советы секретары Рима Нәбиуллина, Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев һәм ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыш үткәйне.

Ошо көндәрҙә ауыл халҡы тағы ла йыйылып, ауылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында хәл итеп була торған мәсьәләләрҙе барланы һәм “Улар Тыуған ил өсөн көрәште” обелискын төҙөкләндерергә ҡарар итте. Был башланғыс тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Йыйылышта 10 кешенән торған инициатив төркөм һайланып, беренсе ултырыш  үтте һәм ағзаларға йөкләмәләр бирелде. Проектты тормошҡа ашырыу барышында ауыл хакимиәте менән берлектә  ауылда төрлө конкурстар, акциялар, флешмобтар, өмәләр һәм мәҙәни саралар ойоштороу  тураһында һөйләштеләр. Инициатив төркөм ағзалары алдында ҡуйылған маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы һәм ныҡышмалы эш тора.

Илһөйәр Махатова.

 

Солтанайҙар батырҙарын онотмай
Солтанайҙар батырҙарын онотмай
Солтанайҙар батырҙарын онотмай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас