

Бәйге онлайн форматта уҙа.
Ислам «Урал батыр» эпосынан өҙөктө башҡорт телендә тасуири итеп һөйләй.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан (4 йәш), конкурс йомғаҡтары буйынса Ислам 1-се урын яулай һәм диплом менән бүләкләнә.
Педагог Ләйсән Зөфәр ҡыҙы иһә Исламды бәйгегә юғары кимәлдә әҙерләгәне өсөн Рәхмәт хаты менән билдәләнә.
Ислам Лотфуллинды, уны бәйгегә әҙерләгән Ләйсән Зөфәр ҡыҙын һәм Исламдың ата-әсәһен лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Телһөйәр малайға артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ! Афарин, Ислам
Наилә Имаева.