

Сарала район хакимиәте башлығы Лариса Александрова, хакимиәт, район Советы, ветерандар ойошмалары, мәғариф бүлеге, хәрби комиссариат вәкилдәре һәм шулай уҡ геройҙарҙың туғандары, яугирҙар үҙҙәре ҡатнашты.
Уҡыусыларҙың сығышы күңелдәргә үтеп инде. Улар ҡулдарына яугирҙарҙың фотоларын тотоп, һәр береһенең яҙмышы, батырлығы тураһында һөйләне. Хәтер стенаһын һәм Герой партаһын асыу хоҡуғы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирға һәм хәрби комиссар урынбаҫары Ришат Миңлеғәлиевҡа бирелде.
Яугирҙарҙың туғандары рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Йәш быуынды улар тыныс тормош бүләк иткәндәрҙе онотмаҫҡа, хөрмәт итергә, тарихыбыҙҙы белергә, Тыуған илебеҙҙе яратырға саҡырҙы.
Батыр егеттәребеҙ хөрмәтенә үткәрелгән бындай фәһемле саралар быуындар араһындағы бәйләнеште нығыта, балаларыбыҙға Ватаныбыҙҙы нисек яратырға, хөрмәт итергә кәрәклеген төшөндөрә.