

Ҡариҙел районы ауылдарында һуғым өмәләре беренсе ҡар ятыу менән үтә башланы.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был изге йола Тайҡаш ауылында ғүмер итеүсе Миңләхмәтовтар менән Зиннуровтар ғаиләһендә лә атҡарылды.
" Беҙ йыл әйләнәһенә бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, ярҙам итеп йәшәйбеҙ", - ти Йәмилә Әмир ҡыҙы.
"Бер-береңә терәк булып, аңлашып йәшәгәндә генә тормоштоң матурлығы, ауылдың йәме бар", - ти Фәнис Миңлегәрәй улы ла. — Йәйен — бесән, утын, көҙөн — ҡаҙ өмәһе, ҡышын һуғым һ.б. эштәрҙә бер-беребеҙгә ярҙамлашып торабыҙ".
Зиннуровтар менән Миңләхмәтовтар ауыл тормошонан да ситтә ҡалмай. Төрлө мәҙәни һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү сараларында ла әүҙем ҡатнашалар. Апайҙар аш-һыуҙарын бешереп табын ҡорорға ярҙам итһә, ә ирҙәр инде көрәк-һәнәк, балта тотоп, урам өмәләрендә ҡатнаша.
"Был ике ғаиләнең уңғанлығы һәм ауылдаштары өсөн өлгө булып йәшәүе бер кемгә лә сер түгел. Кәрәк саҡта йүгүреп килеп етәләр. Көстәренән килгәнсе ярҙам итәләр. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ", - ти ауыл мәҙәниәт йорто методисы Линиза Муллаярова.
Күршеләрең булғас, үҙеңдән дә яҡшы булһын, тип ололар юҡҡа әйтмәгән. Тайҡаштарҙың бөтә ауыл менән ошондай дуҫ, татыу йәшәүҙәре районыбыҙға өлгө булып тора.
Афариндар, тайҡаштар!
Марат Бүләков.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2025 #АйыҡАуыл2025
#ҠариҙелРайоны #КараидельскийРайон
#Тайҡаш #Тайкаш