

Ул “Мәжит» мәсетенең 30 йыллыҡ юбилейына бағышлана.
Айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусы, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә сарала Асҡын, Упканкүл, Урмияҙ, Сөйөш ауылдары хәҙрәттәре, мөслимәләре, ауыл халҡы ҡатнаша.
"Исламда ҡатын-ҡыҙ — Аллаһтың рәхмәте, йортҡа нур, йәмғиәткә иман сәсеүсе. Ул әсәй булып — иманлы быуын үҫтерә, ҡатын булып — ғаиләгә терәк була, ҡыҙ булып — бәрәкәт килтерә.
Әлбиттә, ғаиләләге әхлаҡ, тәртип, айыҡ тормош та күпселек ҡатын-ҡыҙҙан тора. Әлеге ваҡытта яу ҡырында хеҙмәт иткән яугирҙарыбыҙҙың да иң ҙур рух көсө әсәйҙәре, ҡатындары менән бәйле. Ҡатын-ҡыҙҙың доғаһы — изге, сабыры — данлы", — ти сараны ойоштороусылар.
#ТрезвоселоГумбино2025
#АйыҡауылГөмбә2025
#Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы
#Аскинскийрайон
#ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы