Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Декабрь 2025, 07:50

Премияға лайыҡ булды

“Ауыл табибы — эрудиция, фиҙаҡәрлек һәм тәжрибә” номинацияһында Мишкә үҙәк район дауаханаһы табип-психиатр-наркологы Рөстәм Миңлегәрәев еңеү яуланы.

Премияға лайыҡ булдыПремияға лайыҡ булды
Премияға лайыҡ булды

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Медицина палатаһының өсөнсө премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Был конкурс Медицина палатаһы идараһының беренсе рәйесе, премияға нигеҙ һалыусы Дамира Шәрифйән ҡыҙы Сабирйәнова хөрмәтенә үткәрелә.

Премия палатаның иң юғары наградаһы булып иҫәпләнә һәм төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн тапшырыла.
12 номинация буйынса үткәрелгән конкурста бөтә республиканан медицина хеҙмәткәрҙәре, ойошмалар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Шуныһы ҡыуаныслы, “Ауыл табибы — эрудиция, фиҙаҡәрлек һәм тәжрибә” номинацияһында Мишкә үҙәк район дауаханаһы табип-психиатр-наркологы Рөстәм Миңлегәрәев еңеү яуланы.
Был мәртәбәле награда Рөстәм Фәнис улына әүҙем йәшәү позицияһы, юғары һөнәри оҫталығы һәм ғәмәли эш һөҙөмтәләре өсөн бирелде. Уның был номинацияға лайыҡ булыуы — табиптың фиҙаҡәр хеҙмәтен, һөнәренә тоғролоғон һәм Мишкә районы халҡы һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индереүен таныу.
Рөстәм Миңлегәрәевты ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә һөнәри ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ һәм халыҡ сәләмәтлеге һағындағы ауыр һәм яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас