Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Декабрь 2025, 07:45

Һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы

Артур Зөлҡәрнәев өсөн спорт йәшәү мәғәнәһенә әйләнгән.

Һигеҙ тапҡыр донъя чемпионыҺигеҙ тапҡыр донъя чемпионы
Һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы

Һәр көн донъя чемпионы менән осрашмайһың. Борай Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, билбау көрәшендә — һигеҙ, милли көрәштә дүрт тапҡыр донъя чемпионы булған Артур Зөлҡәрнәев менән осрашыуға тулҡынланып барҙым. Физкультура-һауыҡтырыу комплексының ҙур залында 8-12 йәшлек малайҙар янында “мәж” килгән тренерҙың ул икәнлеген әйттеләр. Һөйләшә башлау менән тулҡынланыуым юҡҡа сыҡты. Ҡаршымда башҡорт телендә һөйләшкән, ябай, ихлас, алсаҡ ир-егет тора ине.
Артурҙың уңыштарына һуҡмаҡ тыуған ауылындағы ҙур булмаған спорт залында (Ҡыйғы районының Арыслан ауылы) атаһы ҡул аҫтында һалына. Атаһы, спорт мәктәбе тренеры Валерий Ғәли улы Зөлҡәрнәев улдары Вадим менән Артурҙы көрәшкә алып килә. Ул ваҡытта Артурға туғыҙ йәш була.
— Олатайым да, атайым да, ағайым да көрәшкәс, минең дә көрәшсе булғым килде. Атайым теләгемә ҡаршы төшмәне, киреһенсә, мине ошо спорт төрөнөң серҙәренә төшөндөрә башланы. Минең бала саҡта, әлбиттә, әлегеләй яҡшы шарттар булманы, — тине Артур Борай ауылының яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексының залын күрһәтеп. — Хәтерләйем, ҙур матты дүрт мөйөшөнән дүрт кеше саҡ һөйрәп алып сыға инек. Ҡайҙа ул саҡта бындай ҙур көрәш келәме булһын. Көрәшәбеҙ, алышабыҙ, ярышташыңды ҡаҡ иҙәнгә түгел, шул ауыр мат өҫтөнә күтәреп һалырға тырышабыҙ. Һәр ваҡыт ул матҡа һалып буламы ни әле ул. Уҡыусыларыма ошондай яҡшы шарттар өсөн рәхмәтле булырға кәрәклеген аңлатам. Дөйөм алғанда, Борайҙа спорт менән шөғөлләнер өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ҡайһы бер ҡалаларҙа ла юҡ бындай ҙур залдар, келәмдәр. Ошо ФОК-та республика кимәлендә ярыштар үткәрәбеҙ, килгән спортсылар, тренерҙар һоҡланып ҡайтып китә. Шулай булғас, тәрбиәләнеүселәребеҙҙең уңыштары булырға тейеш.
2013 йылға тиклем Артур атаһы етәкселегендә шөғөлләнә. Шунан әлегәсә “Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры” исеменә лайыҡ Рөстәм Зыяҡаев уның тренеры була.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Артур Зөлҡәрнәев Башҡорт дәүләт университетының физика-технология факультетының бакалавриатын, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетының магистратураһын, Башҡорт физик культура институтын тамамлай.
— Тренер булыу — минең яратҡан һөнәрем. Көрәш, уның төрҙәре бөтһә, минең өсөн йәшәү мәғәнәһе юғалыр кеүек. Ғүмеремдең һуңғы 20 йылын билбау көрәше, милли көрәш менән шөғөлләнеп уҙҙырҙым. Минең йәшәү мәғәнәм дә нәҡ шул. Уҡыусыларым ҙур уңыштарға ирешһә, быныһы инде ҙур бәхет, үҙеңдең эшеңдән ҡәнәғәт булаһың. Өфө ҡалаһында йәшәгән саҡтағы уҡыусым Денис Ускомбаев билбау көрәшендә донъя кубогында еңде, ошо йылдың декабрендә уҙған донъя чемпионатында 2-се урын яуланы. Борайҙа мин өс йыл эшләйем. Ике йыл аҙнаға ике тапҡыр Өфөнән йөрөп эшләһәм, быйыл ғаиләм менән күсенеп килдек. Биреләге тәрбиәләнеүселәрем Айзат Минһажев Башҡортостан Республикаһы беренселегендә ике ҡабат еңде, ике ҡабат Рәсәй беренселегендә 2-се урын яуланы, Илмир Нуртдинов Башҡортостан Республикаһы беренселегендә — еңеүсе, Рәсәй беренселегендә 3-сө урынға сыҡты. Әле ошо көндәрҙә генә республика беренселегендә Борай командаһы тәүге тапҡыр ҡатнашты һәм дөйөм команда иҫәбендә 2-се урынға лайыҡ булды. Был ярышта Айзат Минһажев — 75 килограмм ауырлыҡҡа тиклем категорияла, Денис Ғиләжев 70 килограмм ауырлыҡҡа тиклем категорияла 1-се урындар яуланы. Уҡыусыларымдың еңеүе үҙемдең уңыштарҙан да ҡәҙерлерәк, — тип һөйләй Артур Валерий улы.
Ә тренерҙың үҙенең еңеүҙәрен һанап бөткөһөҙ. Бер нисәһен генә атап үтәм: 2009 йылда көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, 2010, 2011, 2012 йылдарҙа — дөйөм Рәсәй ярыштарында еңеүсе, 2012 йылда тәүге тапҡыр билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында еңә, ике тапҡыр донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша, 2024 йылда БРИКС илдәре уйындарында көрәш буйынса чемпион була, 2025 йылдың декабрендә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбау көрәше буйынса донъя чемпионы була (был уның донъя кимәлендәге һигеҙенсе еңеүе). Артур Зөлҡәрнәев — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры һ.б.
— Атайым һәр ярышымда, һәр чемпионатта минең менән бергә була. Минең еңеүҙәр — иң беренсе уның еңеүе, тиһәм дә хата булмаҫ. Ул миңә ышанған, миндә үҙ көсөмә ышаныс тәрбиәләгән. Ә әсәйем Рәйлә Хәбир ҡыҙы, әлбиттә, һәр ярыш һайын борсола, ҡайғыра. Ул ғүмере буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне, инде хаҡлы ялда. Һәр еңеүемде айырыуса бер ғорурлыҡ менән ҡабул итә, — ти Артур Валерий улы ата-әсәһе тураһында.
— Донъя чемпионы булараҡ, үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? — тип һорайым әңгәмә барышында.
— Беренсе тапҡыр донъя чемпионатында еңгәс, “мин булдырҙым”, тигән ғорурлыҡ хисе тыуғайны. Хәҙер билбау көрәшендә — һигеҙ, милли көрәштә дүрт тапҡыр еңгәс, ул ваҡыттағы хис юҡ. Уның урынына “мин әле булдыра алам”, тигән уй килә. Был бит йылдар буйына тырышыу, сәләмәт тормош алып барыу, спорт фанаты булыу, тигән һүҙ. Тәрбиәләнеүселәремдең күнекмәләренән бушаған арала үҙем шөғөлләнәм, — ти Артур.
Артур Зөлҡәрнәевтың тормош иптәше Камилла Салауат ҡыҙы ла — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, ирекле көрәш буйынса спорт мастеры, билбау көрәшендә Башҡортостан Республикаһының өлкән тренеры, донъя кубогы еңеүсеһе, өс тапҡыр донъя чемпионы. Әлеге ваҡытта ул ире менән бергә Борай Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡыҙҙар менән шөғөлләнә. Зөлҡәрнәевтарҙың өс кенә йәшлек ҡыҙҙары Аиша ла ата-әсәһе янында йөрөй, атаһы әйтмешләй, “келәмдә бутала”. Кем белә, бәлки ул да киләсәктә көрәшсе Зөлҡәрнәевтарҙың дауамсыһы булыр.
Һөйләшеп бөткәс тә тренер эргәһенән киткем килмәй торҙо. Келәмдә малайҙар көрәшә. Улар янында тренер Артур Валерий улы урынлы кәңәштәрен бирә, теге йәки был урында нимә эшләргә кәрәклеген аңлата. “Тыңлағыҙ, өйрәнегеҙ, тырышығыҙ, һеҙҙе донъя чемпионы үҙе өйрәтә, ул да ҡасандыр һеҙҙең кеүек ауыл малайы булған, тырышҡан, ниндәй юғары үрҙәргә ирешкән!” — тип әйткем килде малайҙарға. Бәлки ошо үҫмерҙәр араһында буласаҡ донъя чемпионы ла барҙыр. Бик мөмкин, сөнки уларҙы Артур Зөлҡәрнәев тәрбиәләй.
Фото ғаилә альбомынан.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы
Һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас