

Бөгөн ике тораҡ пунктта – Баҙансат һәм Олойылға ауылдарында күптән көтөлгән газ ебәрелде.
Баҙансат ауылында беренсе булып махсус хәрби операция батыры Илмир Рәшит улының ата-әсәһе Зәмзүнә Фәрхулла ҡыҙы менән Рәшит Әхмәтнур улы Кәримовтар йортона ебәрелә.
Был көндө газ дүрт ғаиләнең йорттарына килә, ә газ үткәргестең эске монтажы 31 йорт хужалығында тамамлана. Әлеге ваҡытта 45 ғариза бирелгән.
Олойылға ауылында әлеге ваҡытта ике йорт тоташтырылған, 16 ғариза бирелгән, ә эске монтаж эштәре 14 йортта тамамланған.
Яңы йылға тиклем һәр йортҡа газ ебәреләсәк. Тораҡ пункттарҙы газлаштырыу дауам итә. Был территорияларҙы үҫтереүҙә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа ҙур аҙым.