“Беҙ Азин урамында йәшәүселәр “Шиҙәле” шишмәһен төҙөкләндереп торабыҙ. Саф һыулы шишмә һыуын ауыл халҡы эсергә ала. Бигерәк тә ҡышын, ҡойоларҙа һыу бөткәс, шишмәнән кем нисек булдыра — һауыттарға тултырып, машина менән дә, сана менән дә, корытаға һалып та ташыйҙар. Шуға ҡышын эсер һыуыбыҙ булһын, кәмемәһен тип, Азин урамында йәшәүселәр быйыл да өмә үткәрҙек. Шишмәгә юлды таҙартып, һыу алыр мәке уйып, төҙөкләндереп ҡуйҙыҡ. Өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт”, — тип хәбәр итте әүҙем ағинәй Эльвера Зиннәтова.
Наилә Имаева.