Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Декабрь 2025, 07:00

Яңы үҙгәрештәр һөйөндөрәсәк әле

Асҡын ауылында яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған күркәм медицина учреждениеһына хатта баш ҡала дауаханалары көнләшерлек шул. Поликлиниканың кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителеүе айырыуса шатлыҡлы!

Яңы үҙгәрештәр һөйөндөрәсәк әлеЯңы үҙгәрештәр һөйөндөрәсәк әле
Яңы үҙгәрештәр һөйөндөрәсәк әле

Хәстәрлек тәүге звенонан башлана

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең комплекслы программаһы тормошҡа ашырыла: дауахана һәм поликлиникалар төҙөү менән бергә яңы технологиялар индереү, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, ауыл ерҙәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыу дауам итә. Тап шулай бөтә йүнәлештәрҙе тигеҙ тартырға тырышыу һөҙөмтәһендә генә көтөлгән уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

 Декабрь уртаһында Асҡын районы үҙәгендә Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә совет ултырышы үтте. Советтың тәүге ултырышы былтыр 17 декабрҙә  Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙғайны. Уның төп маҡсаты һәммәбеҙгә яҡшы билдәле һәм аңлайышлы – төп клиникаларҙың баш табиптары, район һәм ҡала хакимиәттәре, федераль күҙәтеү ведомстволарының территориаль органдары етәкселәре, фәнни ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре ҡатнашлығындағы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышыу һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү. Ә ашығыс хәл итеүҙе көткән проблемалар тармаҡта етерлек.

Быйыл ултырышта ҡатнашыусылар медицина ярҙамын күрһәтеү системаһын камилләштереү, тармаҡ программаларын һәм эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында кәңәшләште. Төп иғтибар һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын нығытыуға, инфраструктураны үҫтереүгә һәм кадрҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелде.

– Һуңғы йылдарҙа беҙ иҫке биналар һәм ҡорамалдар мәсьәләһен хәл иттек. Йыл аҙағына тиклем алты яңы поликлиниканы асасаҡбыҙ – Благовещенск, Учалы, Яңауыл ҡалаларында һәм Асҡын, Баҡалы, Асҡар ауылдарында. Бынан тыш, республика тораҡтарында 134 модулле объектты – тиҙ төҙөлөүсе фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һәм табиплыҡ амбулаторияларын урынлаштырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Тәүге звено инфраструктураһын 2030 йылға тиклем тулыһынса тәртипкә килтереүҙе планлаштырабыҙ.  

Баш ҡалала медицина учреждениеларын яңыртыуҙың айырым программаһын ҡабул итеү ҙә өлгөрөп еткәйне. 2025 йыл аҙағына тиклем Өфөлә Александр Невский һәм Минеғәле Ғөбәйҙуллин урамдарында яңыртылған поликлиникаларҙың асылыуы көтөлә.

– Кешеләр һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу буйынса тырышлыҡ һалғаныбыҙҙы күрә һәм ыңғай баһалай. Был тәңгәлдә яңы объекттар асыу менән бер рәттән, уларҙың эшен заманса кимәлдә ойошторорға ла кәрәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

 Башҡарылған эштәрҙең иң мөһим һөҙөмтәһе, әлбиттә, халыҡтың медицина ярҙамы сифатынан ҡәнәғәт булыуы. 2025 йыл тамамланыуға барғанда тармаҡтағы уңыштарҙы һәм башҡараһы бурыстарҙы барлау ғәҙәти күренеш. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ултырышта тәүге звеноны нығытыу буйынса үтәлгән эштәргә туҡталып, заманса медицина учреждениеларын төҙөү һәм ремонтлау менән бергә уларҙы яңы алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирҙе. Быйыл, мәҫәлән, биш меңдән ашыу төрлө техника, 99 санитар автомобиль һатып алынған. Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханалары базаһында “Ғаилә” милли проектына ярашлы,эшмәкәрлектәре яңы модель буйынса ойошторолған дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылыуы медицина хеҙмәттәрен күпкә яҡшыртҡан.

 Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы командаһына һәм медицина учреждениелары коллективтарына тәүге звеноны яңыртыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

“Нигеҙҙә беҙҙең медицина тармағы һуңғы йылдарҙағы һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Был ябай булмаған осорҙо уҙғандан һуң, тармаҡтың тағы ла көслөрәк һәм нығыраҡ буласағына ышанам. Беҙ кешеләрҙең сәләмәтлектәре менән шөғөлләнергә теләүен, уларҙың оҙайлы һәм әүҙем тормошҡа ынтылыуын күрәбеҙ, был да бик мөһим”.

 Республика етәксеһе Асҡын үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы менән һоҡланыуын белдерҙе. “Оҙайлы һәм әүҙ:ем тормош” милли проектына ярашлы төҙөлгән, дүрт мең квадрат метр майҙанды биләгән, яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған күркәм медицина учреждениеһына хатта баш ҡала дауаханалары көнләшерлек шул. Поликлиниканың кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителеүе айырыуса шатлыҡлы!

Михаил Мурашко, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры:

 Радий Фәрит улы заманса объекттар төҙөү өлкәһендә үҙенсәлекле идеолог булып тора. Коронавирус пандемияһы осоронда “ҡурай сәскәһе” тип аталған йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә сафҡа индерелде. Бөгөн дә республика милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамлашыуын дауам итә. Мәҫәлән, Горно-Алтайск дауаханаһы өсөн Башҡортостан компаниялары ҡатнашлығында модулле ҡабул итеү бүлексәһе төҙөлдө. Төбәк үҙенең ҡеүәтле потенциалы менән, милли проекттарға ярашлы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы объекттар төҙөүҙә беҙгә ярҙам итә”.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:
Читайте нас