

19 декабрҙә Ҡариҙел ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортонда Күп балалы ғаилә көнөнә арналған концерт үтте.
- Беҙ күп балалы ғаиләләребеҙ менән ғорурланабыҙ. Әлеге ваҡытта районда 400-ҙән ашыу ошондай ғаилә йәшәй. Ҡариҙелдең айырыуса ғорурлығы — алты һәм унан күберәк балалы ғаиләләре, - тине тамаша залында ултырыусы атай-әсәйҙәрҙе, балаларҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров.Күп балалы ғаиләләрҙе ошо матур көн менән ҡотлайбыҙ! Яңы байрам берҙәмлек, мөхәббәт һәм ихтирам символы булһын. Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.
Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.