

Башҡортостандың күп мәктәптәрендә медицина кластары эшләй. Быйыл бындай кластар Ҡариҙел районында ла асылды. Үҙәк район дауаханаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә Ҡариҙел ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә медицина класында уҡытыу өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Яңы 2026 йылдан уҡыусылар өҫтәмә курстарға йөрөй башлаясаҡ. Балалар алдында район дауаханаһы вәкилдәре һәм университет уҡытыусылары сығыш яһаясаҡ.
Марат Бүләов.