Башҡортстандан МХО-ла ҡатнашыусы Рәфис Янышев хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге һәм батырлығы өсөн II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Рядовой Янышев махсус операция биләмәһендә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының матди тәьминәт ротаһы водителе-радиотелефонисы булып хеҙмәт итә.
Командование билдәләүенсә, хеҙмәт итеү осоронда яҡташыбыҙ үҙен яуаплы һәм дисциплиналы яугир итеп күрһәтә.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн хеҙмәттең тәүге йылында 3 920 000 һум түләнергә тейеш, айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында алырға мөмкин.