Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь , 07:57

“Эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәттеләр”

Әлфиә Хөрмәтулла ҡыҙы бөгөн  күркәм холҡо, егәрлелеге  менән халыҡтың ихтирамын яулаған юғары категориялы медицина хеҙмәткәре, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, тормош иптәше менән бына тигән өс бала тәрбиәләп  үҫтергән  абруйлы әсә.

“Эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәттеләр”
“Эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәттеләр”

Борай үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Әлфиә Хөрмәтулла ҡыҙы Миндиярова ғүмерлеккә һайлап алған һөнәренән ҙур  ҡәнәғәтләнеү кисерә. “Беҙҙең Бустанай ауылынан байтаҡ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан. Хирург Әнүәр Баһмановты, Хәлитовтар династияһын белмәгәндәр һирәктер.Тап ошо үҙ эшенең оҫталары йоғонтоһонда табип, шәфҡәт туташтары һөнәрен һайлап, яҡташтарының сәләмәтлеген хәстәрләгәндәр  етерлек, уларҙың һаны артып тора. Мин дә шуларҙың береһе”, – ти Әлфиә Хөрмәтулла ҡыҙы.

Бөрө медицина училещеһына уҡырға инергә хыялланған ҡыҙға байтаҡ ҡаршылыҡтарҙы еңергә, үҙендә ышаныс, ныҡышмаллыҡ тәрбиәләргә тура килә. Өс ағаһы араһында үҫкән төпсөк ҡыҙға иркәләнеп кенә йәшәргә тура килмәй, ауыл тормошо мәшәҡәттәре, хужалыҡ эштәре уның иңенә лә төшә. Тәүге һынау уңышлы булмаһа ла, Әлфиә күңелен төшөрмәй, барыбер маҡсатына ирешәсәгенә, ҡарҙай аҡ халат кейеп, кешеләр сәләмәтлеге һағына баҫасағына ышана. “Хатта әсәйемдең, бер яҡтан, шелтәле, икенсе яҡтан, ғәҙел һүҙҙәре лә маҡсатымдан тайпылырға ирек бирмәне. ”Ҡыҙым, ана, күнәгеңде ал да, фермаға эшкә төш”, тип мине эшкә ҡыуғанын әле лә хәтерләйем. Ғүмерҙәрен хеҙмәт өҫтөндә үткәргән, ваҡыттарын балаларын үҫтереүгә, колхоз эшенә арнаған өлкәндәрҙең ял итергә лә, күңел төбөндә ятҡан теләктәрен тормошҡа ашырырға ла әмәл булмағандыр. Улар беҙҙе хеҙмәт һөйөүсән, намыҫлы, кешеләргә ихтирамлы итеп тәрбиәләргә тырышты”, – тип ата-әсәһен ҙур хөрмәт менән иҫкә ала шәфҡәт туташы.

Бөрө медицина училищеһын тамамлағас, ҡыҙ хеҙмәт юлын Яңы Бикмәттәге профилакторийҙа башлай. “Тормош юлымда яҡшы күңелле, талапсан остаздар осрауы менән бәхетлемен. Яңы ғына эш башлап, баҙнатһыҙ ғына энә ҡаҙарға, пациенттар менән аралаша башлаған ҡыҙға фельдшер Даниса апайҙың кәңәштәре, һис һүҙһеҙ, мөһим ине. Район үҙәк дауаханаһындағы күҙ кабинетына эшкә күскәс, табип Лиля Ғаян ҡыҙы Кәбированың хеҙмәтенә етди ҡарашы, өлгөрлөгө, пациенттарына ихтирамы, ваҡыт менән иҫәпләшмәүе минең өсөн өлгө булды. “Әлфиә, бер ваҡытта ла эштән ҡурҡма, ни тиклем яҡшыраҡ эшләһәң, шул тиклем файҙа алырһың”, тип өйрәтә торғайны. Күҙгә энә ҡаҙарға тура килгәндә нисек ҡурҡҡанымды әле булһа яҡшы хәтерләйем. Бик яуаплы процедура, шәфҡәт туташынан да, пациенттың үҙен нисек тотоуынан да күп нимә тора. Остазым был тәңгәлдә лә яҡшы кәңәшсе булды.

Шәфҡәт туташының хеҙмәте бик күҙгә салынып бармаһа ла, уның хеҙмәте мәшәҡәтле һәм ҙур теүәллек талап итә. Ваҡытында энә ҡаҙарға, дарыуҙарҙы бирергә, башҡа процедураларҙы үтәргә, ауырыуҙарҙы иғтибар солғанышында тоторға тейешбеҙ. Мин бөгөн көндөҙгө стационарҙа эшләйем. Беҙгә күберәк гипертония, йөрәк ишемияһы, аяҡ-ҡул һыҙлау сирҙәре менән килеп дауаланалар. Ғөмүмән, көндөҙгө стационарҙа дауаланыу күптәр өсөн бик уңайлы, шуға күрә медицина ярҙамының был төрөн һайлаусылар кәмемәй”, – ти  шәфҡәт туташы.  

Әлфиә Хөрмәтулла ҡыҙы бөгөн  күркәм холҡо, егәрлелеге  менән халыҡтың ихтирамын яулаған юғары категориялы медицина хеҙмәткәре, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, тормош иптәше менән бына тигән өс бала тәрбиәләп  үҫтергән  абруйлы әсә. Улдары Вадим Ҡазан энергетика институын тамамлап, һайлаған һөнәре буйынса эшләй. Ҡыҙҙары Айгөл Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Татарстан һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы  Салауат Фәтхетдинов төркөмөндә эш башлаған. Йәш йырсының башҡарыуында яңғыраған “Нәнәйем”, “Раузалар”, “Онотмаған инем” тигән  популяр йырҙар  тамашасылар һөйөүен яуларға өлгөрҙө. Айгөлдөң үрләйһе үрҙәре алда әле. Төпсөк ҡыҙҙары Алһыу әлегә мәктәптә уҡый, ата-әсәһен уңыштары менән шатландыра, олимпиадаларҙа ҡатнаша, ул да әсәһе кеүек медицина юлын һайламаҡсы. Әлфиә Хөрмәтулла ҡыҙы тормош юлында һәр саҡ терәк, кәңәшсе, әлеге көндә Себер тарафтарында хеҙмәт иткән хәләл ефете Рәмилгә рәхмәтле булыуын йәшермәй. “Ҡатын-ҡыҙ өсөн  һине ярты һүҙҙән аңлаған, бөтә башланғыстарҙа дәрт-көс биреп торған, балаларына ныҡлы таяныс була алған ир – алтын бағана.  Уңышлы ғаилә нигеҙендә татыулыҡ, берҙәмлек ята”, ти Әлфиә Миндиярова.

Борай районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас