Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
18 Декабря 2025, 13:45

Бәхет - үҙ ҡулыбыҙҙа

Йәштәрҙе хеҙмәт юлы, уртаҡ мәшәҡәтәттәр банкта осраштыра. Осраҡлы танышыу етди мөнәсәбәткә, ғаилә ҡороуға килтерер тип кем уйлаһын?

Бәхет - үҙ ҡулыбыҙҙаБәхет - үҙ ҡулыбыҙҙа
Бәхет - үҙ ҡулыбыҙҙа

Барыбыҙ ҙа Лев Толстойҙың “Анна Каренина” романындағы мәғәнәле һүҙҙәрҙе мәктәп йылдарынан ишетеп үҫкәнбеҙ: ”Бөтә бәхетле ғаиләләр ҙә берҙәй бәхетле, һәр бәхетһеҙ ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ”. Ябай ғына һүҙҙәрҙән торһа ла, цитата кешене уйландырмай ҡалмай, нимә ул бәхет, ниндәй төҫтә, ниндәй ҙурлыҡта, был донъяла суҡ бәхетле, барыһына ҡәнәғәттәр бармы икән?

 Моғайын, бәхетте күңел менән тойорға, күҙҙәр менән күрергә генә булалыр, уны үлсәй торған бизмән юҡ. Оҙаҡ йылдар тигеҙ ғүмер кисереп, донъянан йәм табып, йәшәүҙән кинәнеп туймағандар ҙа, маҡсатына ирешкәндәр ҙә, иленә тоғро хеҙмәт иткәндәр ҙә үҙен бәхетле һанай. Ҡайһы бер ғаиләләрҙең йорттарына аяҡ баҫыу менән ишектән һине йылы мөхит, нурлы ҡараш, бала-сағаның күңелле тауыштары ҡаршы ала, был да оло бәхет.

Борай ауылының Көнсығыш биҫтәһе арҡыры-буй үҫеүен, күркәмләнеүен дауам итә.Бында йәштәр береһенән-береһе матурыраҡ, ҙурыраҡ йорттар һала, баҡсалар үҫтерә. Биҫтәнең уйлап эшләнгән проекты, асфальт юлдары, кисен балҡыған уттары һоҡландыра, барыһы ла йәш ғаиләләрҙең бәхетле тормош ҡороуына уңайлы шарттар тыҙыра. Әлегә участкала йорт та, баҡса ла юҡ, әммә подъезд юлдары һалынған, ут бар, төҙөлөшкә тиҙерәк тотонорға ғына кәрәк. Тыуған яғында төпләнергә, донъя ҡорорға, балалар үҫтерергә теләгән йәш ғаиләләр өсөн ниндәй ҙур мөмкинлек!

Бына ошо мөмкинлектән файҙаланған, маҡсат ҡуйып йәшәгән ғаиләләрҙең береһе – Фәйрүзә һәм Динар Хәсәновтар  менән танышыу күңелдә йылы тойғолар ҡалдырҙы. Зауыҡ менән төҙөлгән ике ҡатлы йорт буш түгел, ун йәшлек Әминә, туғыҙ йәшлек игеҙәктәр Әнүәр һәм Мәрйәм шат тауыштары, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштары менән ҡаршы алды. Йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, иркен бүлмәләр, йыһаздар, кәрәкле йорт техникаһы - һәммәһе бар. Ата-әсә өсөн балаларҙан ҡәҙерлерәк бер ни булмауы билдәле, уларҙың үҫешеүе, белем алыуы  өсөн бөтә  уңайлыҡтар булдырылған. Гимназияға балаларҙы көн дә йөрөтөү өлкәндәр өҫтөндә. Һәр береһе үҙҙәре һайлап алған, күңеле ятҡан түңәрәктәргә йөрөй. Әминә музыка мәктәбендә уҡырға ла өлгөрә, бейеү, һүрәт төшөрөү менән мауыға. Мәрйәмдең яратҡан шөғөлө – “Энйе” бейеү түңәрәгенә, бассейнға йөрөү. Әнүәргә футболдан да мауыҡтырғыс шөғөл юҡ, бейеү түңәрәгенә ла ихлас йөрөй. ”Балалар арып ҡайтһалар ҙа, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүҙән ҡәнәғәтләнеү кисерәләр, үҙҙәренә яңы дуҫтар табалар. Иң мөһиме, улар йыйнаҡлыҡҡа, дисциплинаға өйрәнә, уҡыуға ла етди ҡарайҙар”, – ти ата-әсә.

Фәйрүзә Флорис ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының финанс факультетын тамамлағандан һуң “Россельхозбанк”та иҡтисадсы булып эшләй. Тормош иптәше Динар ҙа университеттың Нефтекама филиалының иҡтисад факультетын тамамлай. Йәштәрҙе хеҙмәт юлы, уртаҡ мәшәҡәтәттәр банкта осраштыра. Осраҡлы танышыу етди мөнәсәбәткә, ғаилә ҡороуға килтерер тип кем уйлаһын?

– Быға тиклем таныш та түгел инек. Һомғол буйлы, етди ҡарашлы егет менән эш буйынса аралашырға тура килде. Ауылға тиклем машинаһы менән оҙатып ҡуйырға теләк белдергәс, ҡаршы төшөп маташманым, – тип йылмая Фәйрүзә. – Юл буйына һөйләшеп яҡындан таныштыҡ, бер-беребеҙҙә уртаҡ сифаттар, уй-фекерҙәр булыуын аңланыҡ. Динар, ысынлап та, яуаплы, балалары өсөн өҙөлөп торған атай, ышаныслы ғаилә башлығы булып сыҡты. 2012 йылда йорт төҙөү өсөн ер участкаһы алдыҡ. Тыуған яғыбыҙҙа төпләнергә, ошонда балалар үҫтереп, тамыр ебәрергә ҡарар иттек.

Бөгөн йәштәрҙең икеһе лә полиция хеҙмәтендә эшләй. Динар – полиция капитаны, ә Фәйрүзә – кесе лейтенант званиеһында. Уртаҡ хеҙмәт уларҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайтыу менән бергә татыулыҡтың, ғүмерҙең, ҡулыңдағы бәхеттең ҡәҙерен баһаларға өйрәтә. 

Фәйрүзәнең  ике ҡустыһы, Дауытлар ауылында йәшәгән ата-әсәһе Флорис Риф улы менән Әниә Рәлиф ҡыҙы ла йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ.әҙер. Өлкәндәр ҙә ҡул ҡаушырып ятырға ғәҙәтләнмәгән, Флорис Риф улы фермерлыҡ менән шөғөлләнә, егерменән ашыу йылҡы тота. Яҡындарыңдың барлығы һәм берҙәмлегенән, һағынып ҡайтыр ғаиләң, яратҡан эшең һәм һөйөүҙән туҡылалыр, ахыры, бәхет миҙгеле.

Динә Арыҫланова.

Борай районы

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 Хәсәновтарҙың йылы ғаилә мөхитендә.

Бәхет - үҙ ҡулыбыҙҙа
Бәхет - үҙ ҡулыбыҙҙа
Автор:
Читайте нас