Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь , 11:35

МХО яугирҙәренә тәғәйен өҫтәмә хоҡуҡтар раҫланды

Дәүләт Думаһы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында дүрт закон ҡабул итте.

МХО яугирҙәренә тәғәйен өҫтәмә хоҡуҡтар раҫланды
МХО яугирҙәренә тәғәйен өҫтәмә хоҡуҡтар раҫланды

Дәүләт Думаһы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында дүрт закон ҡабул итте. 

Төп үҙгәрештәрҙең береһе хәрби-табип комиссияһына барыуға ҡағыла: хәҙер дәүләт хәрби хеҙмәткәрҙең үҙенә генә түгел, уның ике яҡын туғанына ла юл сығымдарын түләй. Был социаль ярҙам сараһы кәрәкле процедуралар үтеүҙе ярайһы уҡ еңелләштерәсәк.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бәлиғ булмаған балаларына льготалар биреү тәртибе аныҡланды. Мәктәпте тамамлағандан һуң улар үҙ хоҡуҡтарын 1 сентябргә тиклем һаҡлап ҡаласаҡ, был документтар әҙерләүҙе һәм уҡырға инеүгә әҙерлекте тыныс шарттарҙа тамамларға мөмкинлек бирәсәк.

Етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусылар торлаҡ менән тәү сиратта тәьмин ителәсәк. Фатир йәки торлаҡ сертификаты алыуға сиратһыҙ хоҡуғы булыусылар исемлеге лә киңәйтелгән: хәҙер уның менән бәлиғ йәштәге инвалид-бала тәрбиәләгән МХО яугирҙәре һәм яраланғандан һуң да контракт буйынса хеҙмәтен дауам итергә ҡарар иткән хәрбиҙәр ҡуллана ала.  

Белеүебеҙсә, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Улар иҫәбенә белем биреү һәм дауалау, шулай уҡ хәрби операциянан ҡайтҡан ир-егеттәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙы реабилитациялау мәсьәләләре инә. Ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерелде.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа МХО яугирҙәренә эшкә урынлашҡанда квота булдырыуға бәйле закон проекты ҡаралды.

Фото: “Башинформ” агентлығы.

Автор:
Читайте нас