Мутлашыусылар халыҡты “түләү” вәғәҙә итеү ысулы буйынса алдай башлаған.
“Дәүләт хеҙмәттәре”нән хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ 18 йәштән өлкән Рәсәй граждандарына 15 мең һум күләмендә “түләү” хаҡында бара. Бының өсөн 15 декабргә тиклем ғариза бирергә тәҡдим ителә.
Эске эштәр министрлығында аңлатыуҙарынса, “түләү” алырға маташҡанда мутлыҡ каналдарына яҙылыуҙар башлана: ҡулланыусыға ялған казинолар, ялған инвестиция, шулай уҡ файҙалы программалар булып күренгән зарарлы программа тәьминәте тәҡдим ителә.
Фото: Башкирия Online.