Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь , 19:50

Башҡортостанда полилингваль белем биреү учреждениелары селтәре үҫешә

Ошондай белем биреү учреждениеларын Ишембайҙа, Нефтекамала, Әбйәлил, Асҡын һәм Белорет райондарында асыу планлаштырыла.

Башҡортостанда полилингваль белем биреү учреждениелары селтәре үҫешә
Башҡортостанда полилингваль белем биреү учреждениелары селтәре үҫешә

 

Башҡортостанда бөтәһе 11 полилингваль мәктәп бар, уларҙа 11 меңдән ашыу бала белем ала. Был хаҡта бөгөн аҙналыҡ кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.

– Күп профилле полилингваль белем биреүҙең бурыстарының береһе – телдәрҙе иркен белгән, халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен белгән буласаҡ лидерҙарҙы формалаштырыу, – тип билдәләне Урал Килсенбаев. – 2030 йылға республикала полилингваль мәктәптәр селтәре 16-ға тиклем киңәйергә тейеш.

Ошондай белем биреү учреждениеларын Ишембайҙа, Нефтекамала, Әбйәлил, Асҡын һәм Белорет райондарында асыу планлаштырыла.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, полилингваль мәктәптәр уҡытыусылары 2024 йылдан алып эш хаҡына ҡарата 20 процент күләмендә стимуллаусы өҫтәмә ала, шулай уҡ башҡа төбәктәргә барып, тәжрибәһе менән уртаҡлаша һәм коллегаларының иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнә. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда республика делегациялары Свердловск, Калининград, Һамар өлкәләрендә, Төньяҡ Осетияла – Аланияла, Сахала (Яҡутстанда), Татарстанда, Алтайҙа, шулай уҡ Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда булған.

Беренсе вице-премьер республикала полилингваль белем биреүҙе үҫтереү өсөн балалар баҡсаһы менән мәктәп араһында өҙлөкһөҙлек тәьмин ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Атап әйткәндә, Өфөлә һәм Стәрлебаш районында ошондай балалар баҡсалары асылды. Республиканың 67 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнгән 126 полилингваль төркөм эшләй, уларға 3 512 бала йөрөй.

– 2026 йыл илдә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Республикабыҙ күп милләтле, шуға күрә белем биреүҙең полилингвальлеге белем биреү киңлеген үҫтереүҙең инновацион һәм стратегик йүнәлеше булып тора. Республикала полилингваль белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет булдырырға һәм Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында полилингваль белем биреүҙе индереү буйынса бөтә Рәсәй ғилми-методик үҙәген асырға тәҡдим итәм, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы төбәктә полилингваль белем биреү учреждениелары селтәрен үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Фәнни-методик үҙәкте ойоштороуҙы БДПУ ректоры менән ентекле тикшерергә кәрәк. Шулай уҡ был мәсьәләлә төбәк Мәғариф министрлығы менән синхрон эшләргә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Республикала бөтә 16 полилингваль мәктәпте асҡас, совет булдырыуға кире ҡайтырға тәҡдим итәм.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2025-12-16/bash-ortostanda-polilingval-belem-bire-uchrezhdenielary-selt-re-esh-4510466

Автор:
Читайте нас