Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идарлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө районының Луч ауылы эргәһендәге Узет күлендә 200-ҙән ашыу һарыҡ һыуға батҡан.
Мәғлүм булыуынса, бер хужаның һарыҡтарын боҙ ҡаплаған күл аша ҡыуып сығарған ваҡытта боҙ уйылып китеп, малҡайҙар һыу төбөнә киткән. Кешеләрҙән бер кем дә зыян күрмәгән. Һәләк булған хайуандарҙы 16 декабргә һыуҙан сығарыу ҡаралған.
Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө һәм республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре эшләй. Хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса Баш идаралығы контроленә алынған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса Баш идаралығы иҫкәртә:
“Хөрмәтле республика халҡы!
Боҙ тулыһынса нығымаған урындарҙан сығыу ғүмер өсөн хәүефле. Бер кеше өсөн ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаған боҙ хәүефһеҙ тип иҫәпләнә, бер төркөм кеше өсөн ул 15 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Ҡар менән ҡапланған боҙ хәүефле. Был ҡарҙың йылылыҡ һаҡлаусы булып йоғонто яһауы, боҙҙоң ҡалынайыуын тотҡарлауы һәм аҫтан үтә күренгән йоҡа йәки нығынмаған урындарҙа хасил булыуы менән бәйле. Һаҡ булығыҙ!”
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-12-16/200-ary-bo-a-tyna-kitk-n-4510416