Республика йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын биреү буйынса комиссия ултырышы булды. Унда 2023, 2024 йылдарҙа донъя күргән эштәр баһаланды.
Кәңәшмә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте.
Комиссия йәшерен тауыш биреү юлы менән еңеүселәр билдәләнде:
“Бөгөн Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары асыҡланды. Еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Номинанттарҙың һәр береһе талантлы, үҙенсәлекле, эштәре тәрән мәғәнәле. Беҙҙең йәштәрҙең әүҙем ижади позицияһы, хеҙмәтенә тоғролоғо илһамландыра, республикабыҙҙың бай мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә”, – тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арнап уҙғарыласаҡ.
Фото: "Башинформ".