Мәғариф ветераны, ғүмерен балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә бағышлаған тәжрибәле уҡытыусы, урындағы “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әнүзә Ғилфанова уҡыусылар, китап уҡыусылар алдында сығыш яһап, туған телебеҙҙең матурлығы, бөйөклөгө, уның тарихы, башҡорт халҡының данлыҡлы мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һөйләне. Хөрмәтле, рухлы ағинәй балаларҙы туған телебеҙҙе бала саҡтан уҡ өйрәнергә, яратырға, хөрмәт итергә саҡырҙы.
Балалар Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте тураһындағы белемдәрен “Башҡортостанды беләһеңме?” тип аталған викторинала ҡатнашып нығытты.
Мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле сығышы сараға йәм һәм йән өрҙө. Улар “Башҡорт телендә һөйләшәм”, “Любизар”, “Уралым бөркөттәре” йырҙарын рухлы итеп башҡарҙы.
Китапханасы Гөлфиә Мәғзүмйән ҡыҙы Башҡорт теле көнөнә арнап “Теле барҙың — иле бар” күргәҙмәһен дә ойошторғайны. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы балалар өсөн башҡорт телендә донъя күргән китаптар менән таныштырҙы.
Туған телебеҙгә һөйөү, хөрмәт һәм ғорурлыҡ менән һуғарылып, йылы мөхиттә үткән был фәһемле сара балаларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырғандыр.
Илһөйәр Махатова.