Күренкеле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап, район китапханаларында, мәҙәниәт усаҡтарында һәмбелем усаҡтарында төрлө саралар үтте.
Ҡариҙел 4-се балалар баҡсаһында районда берҙән–бер полилингваль төркөмө Башҡорт теле көнөнә арнап, «Әсәм теле, атам теле, минең телем – башҡорт теле” тип аталған иртәлек ойошторҙо.
Кескәй дуҫтарыбыҙ тәрбиәселәре әҙерләгән һынауҙарҙа, һынамыштарҙа, йомаҡтарҙа, тиҙ әйткес бәйгеһендә үҙҙәрен һынап ҡарай алды. Бергәләшеп башҡорт көйҙәренә тыпырҙатып бейеү, йырлау тәрбиәләнеүселәрҙең күңелдәрен рухи яҡтан байытты.
4-се балалар баҡсаһы коллективына, полилингваль төркөмөндә тәрбиәләнеүсе балаларға, уларҙың атай-әсәйҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да милли төркөмдәр һаны артыуын теләйбеҙ.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.