Туған телгә һөйөү һәм педагог булыу теләге уның күңелендә бала сағында уҡ тыуғандыр.
Ул 1974 йылда Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында донъяға килә, әсәһе – уҡытыусы, атаһы – “Шаҙы” колхозының баш инженеры була. «Ата-әсәйем бәләкәйҙән үк белемле булырға, ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәтте», – ти тәрбиәсе.
Буласаҡ тормош иптәше менән ул Бөрө дәүләт педагогия институтында таныша. Уҡыуҙарын тамамлағас, йәш уҡытыусылар Мишкә районы Иштыбай ауылына йәшәргә күсә, ә 2003 йылдан алып улар Бөрө ҡалаһында.
Бөгөн Светлана Хәниф ҡыҙы – «Йондоҙсоҡ» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ә Ришат Иҙиәтулла улы – 9-сы мәктәп уҡытыусыһы. Бергәләп улар ике бала – малай менән ҡыҙ тәрбиәләй.
«Минең девизым – «Йөрәгемде балаларға бүләк итеү», – ти Светлана Хәнифовна. Ә был ябай һүҙ генә түгел. 2025 йылда ул эшләгән балалар баҡсаһы мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары өсөн «Аҡбуҙат» ҙур масштаблы белем биреү проектына инә. Был проект уның оҙаҡ көткән хыялына — башҡорт теле буйынса тулы түңәрәк эшен ойоштороуға көслө аҙым була.
«Аҡбуҙат» проектының үҙенсәлеге шунда: ул традицион һәм заман технологияларын берләштереп, төрлө милләт балаларын башҡорт телендә аралашырға, һөйләшергә өйрәтә. Ул аралашыу нигеҙҙәренән («Ғаиләм», «100 һүҙ»), ижади формалашыу («Бейейек», «Аралаш») һәм гражданлыҡ кимәлен формалаштырыу («Атайсал») йүнәлешендә эшләй. Тәрбиәселәргә көслө методик карта менән бер рәттән заманса ҡорамалдар ҙа тапшырылған.
– Минең өсөн башҡорт теле – бала сағыма байраҡ булған тел, йөрәк теле. Ә «Аҡбуҙат» системаһы ярҙамында беҙ был тойғоны, милләтенә ҡарамаҫтан, һәр балаға уйын, бейеү, театр һәм тере аралашыу аша тапшыра алабыҙ. «Ялтырауыҡ» исемле урта төркөмдә балалар йырлап, уйнап-көлөп, бер береһе, атай-әсәйҙәре менән башҡорт телендә аралашырға өйрәнә. Үткән айҙа ғына «Минең ғаиләм» модуле уңышлы тамамланды. Аҙағында «Әсәй, минең әсәй!» исемле байрам ойошторолдо, унда иң ҡәҙерле ҡунаҡтар саҡырылды. Бәләкәйҙәр үҙҙәренең яңы белемдәрен ғорурлыҡ менән күрһәтте, ә әсәйҙәр һоҡланыуын һәм шатлығын йәшермәне, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша тәрбиәсе. – Атай-әсәйҙәр проектты ҡыҙыҡһынып ҡарай һәм хуплай. Тел һәм мәҙәниәт улар өсөн дуҫлыҡ күпере булып тора. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын, уларҙың шатлығын күрәләр. Ярҙам кәрәк булған саҡта – барыһы бергә спектаклдәр өсөн күлдәктәр һәм маскалар тегә, байрамдар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша...
Үҙенең миссияһын Светлана Собханғолова ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта яуаплы күрә. Балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙы бала саҡтан уятырға кәрәклегенән сығып эш итә. «Ҡасандыр мине илһамдырған кеүек, «әсәй», «атай», «ғаилә» һүҙҙәре кескәйҙәргә лә йылылыҡ бирһен ине», – ти ул. Башҡорт теле көнө алдынан туған телен ихтирам иткән педагог менән аралышыу телдең киләсәге хәҙер һәм ошо мәлдә бар икәнлеген күрһәтте. Шуға ла Светлана Хәниф кыҙы кеүек тәрбиәселәр булғанда башҡорт теле юғалмаҫ, киләсәк быуынға еткерелер, тип ышанабыҙ.
Камила Мөхәмәтова.
Бөрө ҡалаһы.